-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май 2019, 18:08

Ауылға йән өрәләр, йәм бирәләр

Мәндем ауылы ағинәйҙәре лә тотош ра-йон ағинәйҙәрен бергә йыйып, бай йөкмәткеле, фәһемле сара ойошторҙо. “Бәхет” тип аталған был сарала ҡатнашҡан һәр кем, “ысынлап та, бәхет тигән төшөнсә тәғәйен генә нимәне аңлата һуң, мин үҙемде бик тә бәхетле кеше тип әйтә аламмы?” тигән һорауға яуап эҙләгәндер.

Ауыл клубы ишеген асып эскә үтеү менән күптәребеҙ олатай-өләсәйҙәребеҙ йортона ҡайтып кергәндәй булғандыр. Мейес буйында борхорап самауырҙар ҡайнай, ҡаҙандарҙа аш бешә. Стеналарҙа – ауыл уңғандарының ҡул эштәре күргәҙмәһе: сигелгән таҫтамалдар, ырғаҡ менән бәйләнгән селтәрҙәр... Бигерәк тә сигеү өлгөләренең күплегенә, ҡабатланмаҫ биҙәктәргә хайран ҡалдыҡ беҙ. Ә тамаша залы балаҫтар, сағыу биҙәкле көйөҙҙәр менән биҙәлгән.

- Ауылыбыҙҙа Ағинәйҙәр ойошмаһы булдырып, эш башлауыбыҙға бер йыл ғына үтһә лә, байтаҡ саралар үткәреп өлгөрҙөк, - тине ойошма етәксеһе Фәниә Йәнмырҙина үҙҙәренең эшмәкәрлектәре менән таныштырып. - Ауыл клубы менән берлектә эшләйбеҙ. Йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәргә килгәндә, беҙҙә күп йолалар элек-электән һаҡланып килә. Мәҫәлән, туйҙарҙы мәндемдәр электән үк боронғоса үткәрергә, ҡоҙаларға саҡырыусы ебәреү, уларҙы ҡаршылау, киленгә һыу юлы күрһәтеү, һыу һатыу, килен һөйөү кеүек йолаларҙы мотлаҡ үтәргә тырышалар. Ауылда сабый тыуһа, бәпес күреү, бәпес сәйе үткәреү йолаһы ла һаҡлана. Күптән түгел генә беҙ, ағинәйҙәр ҙә ошондай матур сара үткәрҙек.

- Мәндем ағинәйҙәрен мин ысынында һүнеп барған ауылға йән өрөүселәр, уны һаҡлаусылар тип атар инем,- тине Ташлы ауыл биләмәһе башлығы Урал Вәзиров. – Тап уларҙың тырышлығы, фиҙаҡәрлеге менән 30 ғына йортло булған ауылда мәҙәни тормош гөрләп тора.

Сарала ҡатнашыусыларға мәндемдәр килен ҡаршылау, килен һөйөү йолаһын күрһәтте. Кейәү яҡлап туғандар “ул да тап, ҡыҙ ҙа тап, йыбанмаһаң йыл да тап”, ”сәсең-башың туҙышып төшмәһен тим ашыңа”, “ҡунаҡ килгәндә самауырың ҡайнап, ҡоймағын шыжлап бешеп торһон” тигән теләктәр менән киленгә донъя кәрәк-яраҡтары бүләк итеп, үҙҙәре менән таныштырҙылар. Ошонда уҡ ағинәйҙәр килендәрҙең сигеп, нағышлап әҙерләгән бирнәләре менән таныштырып та барҙылар. Саҡырыусылар өсөн әҙерләнгән сигеүле таҫтамалдар ҙа, “карауат аяғы” – япма ла, мендәр тыштары, алъяпҡыстар, ҡәйнештәргә тигән ҡулъяулыҡтар ҙа бар килен һандығында.

Ҡул эштәренә генә түгел, йыр-моңға ла маһир Мәндем ағинәйҙәре. Ейән-ейәнсәрҙәре лә ҡойоп ҡуйған әртистәр инде. Һәр береһенең сығышына һоҡланып ултырҙыҡ.

Артабан сараның төп өлөшө башланып, “Нимә ул бәхет?” тигән һорауға яуап алыу маҡсатында сәхнә түренә ошо көндәрҙә алтын туйҙарын билдәләгән Фәниә Ғайса ҡыҙы менән Риф ағай Аҫылбәковтар ғаиләһе саҡырылды.

- Бәхет - ул күңелең ятҡан кеше менән ҡартайғансы береңде - икенсең ярты һүҙҙән, күҙ ҡарашынан аңлап, татыулыҡта ғүмер итеү, балалар үҫтереү, ейән-ейәнсәрҙәр шатлығын татыу, донъя көткәндә ир башмы, ҡатынмы тип тартҡылашмайынса, "бер баштан ике баш яҡшыраҡ" тип йәшәү,- бына ошондайыраҡ яуап ишеттек беҙ уларҙан.

Ғаилә юбилейын билдәләүсе Фәниә апай менән Риф ағайҙы балалары, ейәнсәрҙәре, ауыл ағинәйҙәре, Ташлы ауыл биләмәһе башлығы Урал Вәзиров тәбрикләне.

- Был сара тәрбиәүи йәһәттән бик әһәмиәтле, фәһемле булды, - тип баһаланы район Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Рәмзиә Монасипова һәм уны ойоштороуға күп көс һалған Мәндем ағинәйҙәренә рәхмәт әйтте.

Сираттағы сара Еҙем-Ҡаран ауылында үтеп, ағинәйҙәр "Килен һандығы"н әҙерләү йолаһын күрһәтте.


Читайте нас: