+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май 2019, 17:30

Байрам килде “Яҙ ҡанаттарында”

Район үҙәгендә “Яҙ ҡанаттарында” тип аталған 1 Май – Яҙ һәм хеҙмәт байрамына арналған матур сара үтте.

Иртә менән бар халыҡ район хакимиәте алдындағы Мәжит Ғафури исемендәге майҙанға ағылды. Унда йәрминкәлә үҙ продукцияларын һатырға райондың төрлө ауылдарынан утыҙлаған ауыл хужалығы предприятиелары һәм шәхси хужалыҡтар килгәйне. Сауҙа рәттәрендә ниндәй генә ризыҡ юҡ ине: ит һәм һөт продукцияһы, ҡорт балы, йәшелсә һ.б. Шулай уҡ ағас, үлән, сәскә үҫентеләре,тауыҡтар һатылды. Һәр төрлө аҙыҡ-түлек, кондитер изделиелары, шешлек һатыусы сауҙа нөктәләре лә ҡыҙыу һатыу итте.

Байрамға килгән халыҡты Красноусол ауыл биләмәһе ауыл хакимиәте башлығы Рәүилә Зөфәр ҡыҙы Мөхәмәҙиева Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән тәбрикләп, барыһына ла именлек, шатлыҡ-бәхет, тыныслыҡ теләне. Район мәҙәниәт һарайының йырсылары һәм музыканттары, “Хазина”, “Землячки” вокал, “Төлкәҫ”, “Эксклюзив” бейеү ансамблдәре йыр-моңдарын, дәртле бейеүҙәрен бүләк итте.

Ошонда уҡ “Йәш армия” хәрәкәте ағзалары һәр йылды Еңеү көнө алдынан матур йолаға әйләнгән Георгий ленталарын таратыу акцияһын уҙғарҙы.


Читайте нас: