-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май 2019, 17:53

Бергә үтелгән ғүмер юлдары

Татар Саскүле ауылында Нурия менән Миңнулла Атнашевтарҙың өйөн бер урамдың башынан икенсе осона эҙләп бара торғас, уларҙы күреп-һөйләшеү өмөтө өҙөлөп, почтальон осрағас, яҡын туғанды осратҡандай, кемдең өйөн эҙләүебеҙҙе әйтә һалдыҡ. Ул артына әйләнеп ҡарап, почта йәшниге эргәһендә мөкиббән китеп гәзит уҡып торған апайға төртөп күрһәтте лә, үҙ юлы менән китте. “Табын” гәзитен ҡулына тотҡан Нурия апайҙы бүлдерәһе килмәһә лә, беҙ ҙә ошо гәзит кешеләре икәнде әйткәс, ул ихлас йылмайып өйгә саҡырҙы.

Күркәм йортта бөхтәлек, тәртип күҙгә ташланды. Миңнулла ағай ҙа көтөлмәгән ҡунаҡтарҙы асыҡ йөҙ менән ҡаршы алды. Нурия апайҙың исеменә есеме тап килгән тигәндәй, үҙенән дә, өйөнән дә нур бөркөлөп тора. Гөлдәре тәҙрә төбөн йәмләһә, баҡса өсөн ултыртылған үҫентеләре гөрләп үҫеп ултыралар. Йөн тетеп, иләп, сиратып балаларына йылы башалтайҙар бәйләргә йомғаҡтарын да әҙерләп ҡуйған. Өйҙә ейәндәре бүләк иткән ҙур шәжәрә ағасы эшләнгән картина эленеп тора. Әммә төп иғтибар стенка башында теҙелеп киткән һалдат фуражкаларына төштө. Нурия апай менән Миңнулла ағай 1962 йылда өйләнешеп, был ғаиләлә 6 малай буй еткергән. Улар улдарына матур тәрбиә биреп, тәртипле, итәғәтле итеп үҫтергәндәр. Иң олоһо Зәйнулла Войновка ауылында, Фәнир Татар Саскүлендә, Мөнир, Фәнил, Дамир Стәрлелә йәшәй. Һәр береһе өйләнеп, матур донъя көтәләр, төрлө хеҙмәт кешеләре. Тик 1974 йылғы улдары Фәнүрҙең ғүмере иртә өҙөлөп, ата-әсә йөрәге бала ҡайғыһы ла кисергән.

- Мин үҙем Ҡотлоғужа ҡыҙы. Әсәйем Ғәйшә бөтә эшкә өйрәтте. Кейәүгә сыҡҡансы ауылда һарыҡ фермаһында эшләнем. Яҙмыштыр инде, бер күреүҙә кейәүгә сығырға ризалыҡ биреп, бер ҡат күлмәк, ыштан менән Татар Саскүленә килен булып төштөм. Ураҙа ваҡыты ине, бына шулай йәшәп киттек. Ҡәйнәм менән 40 йылдан артыҡ бергә дуҫ, татыу йәшәнек. Ирҙәр кеүек бесән дә саптым, ғүмер буйы фермала эшләнем, уны япҡас, пенсияға сыҡҡансы 5 йыл төрлө эштә эшләргә тура килде. Эшләнек тә, эшләнек инде. Әле эре мал тотмаһаҡ та, ҡош-ҡорт үҫтерәбеҙ, һаман балалар тип тырышабыҙ. Улар ҙа ҡайтып бөтә эште эшләп китә, - тип үҙе тураһында һөйләп үтте Нурия Ғаздулла ҡыҙы.

Уңған Нурия апай 1985 йылда Коммунистик хеҙмәт ударнигы ла була һәм башҡа бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары һаҡлана, I һәм II дәрәжә “Әсәлек даны” миҙалы менән дә бүләкләнгән, 1987 йылда ауыл Советына депутат итеп тә һайланған.

Миңнулла Хисмәтулла улы 6 йәштән эшкә йөрөгән. Эшселәргә ашарға ла бешергән, мал да ҡараған, һуңынан төрлө эштә эшләргә тура килгән.

Бөгөн Атнашевтар бер-береһенә оло таяныс булып, балаларының ҡайтҡанын көтөп, донъя усағының йылыһын һүндермәй ғүмер кисерәләр. Нурия апай менән Миңнулла ағайҙың ең һыҙғанып эшләп йөрөгән саҡтарын һағынып иҫкә алыуҙарын тыңлап, уларҙы йәш саҡтарына ҡайтарһаң, әлеге тормошта улар тау-таш аҡтарырҙар ине тип уйлап ҡуйҙым.

Ауылда матур итеп донъя ҡороп, балалар үҫтереп, намыҫлы хеҙмәт юлы үтеп, әле лә барыһына шөкөр итеп йәшәп ятҡан оло быуын кешеләренә һоҡланмау мөмкин түгел. Уларға ныҡлы һаулыҡ, алдағы көндәрҙә лә ғүмер баҫҡыстарына ҡулға-ҡул тотоношоп артылырға, балалар изгелегендә йәшәүҙәрен теләп, ҡайтыу яғына юлландыҡ.


Читайте нас: