Һуғышта һәләк булған яугирҙарға төҙөлгән һәйкәл янына бар ауыл халҡы: олоһо ла, кесеһе лә йыйылды. Бынан 4 йыл элек ошо обелискыны булдырыуға күп көс һалған ауыл старостаһы Камил Әсфәндийәров һуғышта ҡатнашҡан ауылдаштар тураһында һөйләне, тыл хеҙмәтсәндәре күрһәткән хеҙмәт батырлыҡтары хаҡында ла бәйән итте. Туғай башланғыс мәктәбе уҡыусылары матур концерт номерҙары менән сығыш яһаны. Һәр кем һуғышта булған яҡындарын иҫкә алды, халыҡҡа сара бик оҡшаны.