-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май 2019, 17:00

Милли проекттар: Гранттар алыу мөмкинлеге

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы 2019 йылда ауыл хужалығы ҡулланыу кооперативының матди-техник базаһын үҫтереүгә, яңы эш башлаған фермерға ярҙам күрһәтеүгә һәм ғаилә малсылыҡ фермаһын үҫтереүгә тәғәйенләнгән гранттарға дәғүәселәрҙе һайлап алыу этабын башлай.

Быйыл грант ярҙамының өс төрөнә ике кимәлдәге бюджеттарҙан 406 млн һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған. Шуларҙан яңы эш башлаған фермерҙарға гранттар өсөн – 56 млн һум, ғаилә малсылыҡ фермаларына – 250,4 млн, ауыл хужалығы кооперативтарына – 100 млн һум.

Уҙған йылда фермерҙарға һәм кооперацияға булышлыҡ итеүсе грант программаларын тормошҡа ашырыуға 750 млн һум бүленде (федераль ҡаҙнанан – 400 млн һум самаһы һәм республика бюджетынан – 350 млн һум). Фермерҙар үҙҙәре һалған аҡсаның суммаһы 260 млн һумдан ашыу тәшкил итте. Гранттар 220 фермерҙың һәм кооперативтың техник базаһын яҡшыртырға мөмкинлек бирҙе. 118 яңы ауыл хужалығы ҡулланыу кооперативы һәм 800-гә яҡын яңы эш урыны булдырылған.

Гранттар өсөн конкурсҡа документтар 2019 йылдың 24 майынан 31-енә тиклем ҡабул ителә. Адресы: Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 106, 415-се бүлмә. Ғафури районында йәшәүсе дәғүәселәргә документтарҙы әҙерләү өсөн “Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәге”нә (Красноусол ауылы, Коммунистик урамы,15, тел.: 8(34740) 2-21-90) мөрәжәғәт итергә кәрәк.


#ВладимирПутин #национальныепроекты #нацпроекты

Читайте нас: