+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Май 2019, 17:46

Йондоҙ менән зарядка

Район үҙәгендә 1 Майға арналған байрам барышында майҙанға йыйылған халыҡ “Йондоҙ менән зарядка” акцияһында ҡатнашты.

Республикала көндән-көн киң танылыу ала барған “Алға, Башҡортостан!” йәштәр хәрәкәте башлап ебәргән физкультура-спорт акцияһын ғафуриҙар Ҡырмыҫҡалы ра-йонынан ҡабул итеп алды.

Был көндө майҙанға йыйылған йөҙҙән ашыу кеше, шул иҫәптән уҡыусылар, уҡытыусылар, “Батыр” көрәш клубы, “Йәш армия” хәрәкәте ағзалары полиатлон буйынса спорт мастеры Эдуард Өмөтбаев уҙғарған спорт флешмобына ҡушылды. Акцияла Ғафури мәғлүмәт үҙәге хеҙмәткәрҙәре лә әүҙем ҡатнашты.

Зарядкала ҡатнашыусылар яҡшы кәйеф, көс-дәрт алды. Эстафета артабан Белорет районына тапшырылды.


Читайте нас: