Башҡортостандың Туризмды үҫтереү үҙәге етәксеһе Артур Иҙелбаев әйтеүенсә, Өфөлә дәүләт башлығын «Торатау» геопаркы проектының концепцияһы менән таныштырыу ҙа ҡаралған. Геопарк уратып алған дүрт райондың 3,9 мең квадрат метр территорияһын биләргә, Ғафури районындағы Тоҙйылғаны («Красноусол» шифаханаһы биләмәһендә урынлашҡан халыҡ-ара әһәмиәттәге объект) һәм Стәрлетамаҡ районындағы Йөрәктау, Шахтау шихандарын да үҙ эсенә алырға тейеш. Парк инеү сикләнгән һәм инфраструктура, сервис урынлашҡан рекреацион зоналарға бүленә. Йәйәүлеләр, велосипед һәм автомобиль юлдары паркта төп файҙаланыу объекттары булырға тейеш. Туристарға махсус экскурсия маршруттары тәҡдим ителә.