Байрамды уҙғарыу буйынса саралар планы раҫланған, ойоштороу комитеты, эшсе комиссия төҙөлгән.
“Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәгенә”, агросәнәғәт комплексы предприятиелары етәкселәренә хужалыҡтарҙың ҡышҡы һәм яҙғы баҫыу эштәре осорондағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһау, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән хеҙмәт алдынғыларын бүләкләү буйынса тәҡдимдәр әҙерләү йөкмәтелә.
Ҡарарҙа яуаплы кешеләргә һәүәҫкәр һәм профессиональ артистарҙың сығыштарын, спорт ярыштары, халыҡ уйындары, төрлө конкурстар, сауҙа ойошторорға, байрамды матур уҙғарыу өсөн тәртип булдырырға ҡушыла