+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Май 2019, 16:15

Һанлы телевидениеға күскәндә...2

Ҡурғашлы ауылында йәшәүсе Хәлиловтарҙың күп балалы ғаиләһендә күптән түгел шатлыҡлы ваҡиға булып үтте. Быға тиклем ҡараған 2-3 канал урынына телевизорҙан юғары сифатлы 20 каналды бушлай ҡарау мөмкинлеге тыуҙы.

Гәзиттә хәбәр итеүебеҙсә, программа республика бюджетынан финанслана, дәүләт ярҙамын пенсияларына федераль өҫтәлмәләр алыусы хаҡлы ялдағылар һәм балаларына пособие алыусы күп балалы ғаиләләр ала. 3 бала тәрбиәләүсе һәм балалар пособиеһы алыусы Хәлиловтар ғаиләһе бер нисә ай элек ауыл хакимиәтенә ғариза яҙа һәм тейешле документтарҙы йыйып тапшыра.

- Ташбүкән ауыл хакимиәтенә ғариза тапшырғандан һуң 1 ай ҙа үтмәне, “Башҡортостан спутник телекоммуникациялары” хеҙмәткәрҙәре антеннаны ҡуйып, нисек ҡулланырға икәнлеген аңлатып киттеләр. Быға бигерәк тә йәнһүрәттәр ҡарарға яратҡан балалар һөйөндө, 6 мең һумға антенна һатып алыу ғаилә бюджетына ауырлыҡ килтерер ине. Мин бәләкәй балам менән декрет ялындамын, олоһо Красноусол башҡорт гимназия-интернатында, уртансыһы Ташбүкән башланғыс мәктәбендә уҡый. Беҙҙең ғаиләгә ошондай мөмкинлек биргән өсөн республика хөкүмәтенә рәхмәтлебеҙ! – ти Светлана Тимербулат ҡыҙы.

Районда һанлы телевидениеға күсеү буйынса яуаплы белгестәрҙең береһе, район хакимиәте вәкиле Радик Ҡорманов әйтеүенсә, спутник антенналары ҡуйыу буйынса ауыл хакимиәттәре халыҡ араһында ентекле аңлатыу эштәре алып барған. Ирекмәндәргә уҡыуҙар үткәрелгән. Улар ауылдарҙа кешеләрҙе һанлы телевидениеға күсеү шарттары менән таныштырған. Һанлы телевидениеға күсеү мөмкинлеге булмаған ауылдарҙа 55 комплект спутник антенналары урынлаштырылған. Бөтәһе 81 ғариза бирелгән.

Һанлы приставкаларға килгәндә, районда уның хаҡын компенсациялау буйынса ғаризалар ҡабул итеүсе Күп функциялы үҙәктә хәбәр итеүҙәренсә, 59 кеше мөрәжәғәт иткән, 25-е – консультация алған, 34-е компенсацияға ғариза ҡалдырған.

Һанлы телевидениеға күсеү бу-йынса килеп тыуған һорауҙар менән эш көндәрендә 8(34740)2-16-04 телефонына шылтыратырға була. Телевизор һәм приемник ҡоролмаларын көйләү буйынса 8-800-220-20-02 телефонына (бушлай, тәүлек әйләнәһенә, ялһыҙ) шылтырата алаһығыҙ. Айырым граждандарға дәүләт ярҙамы тураһында 8-800-347-00-55 һандарына шылтыратығыҙ. Спутник ҡоролмаларын ҡуйыу буйынса ғаризалар 1 июндән һуң ҡабул ителмәй. Һанлы приставканы компенсациялау өсөн ғаризаларҙы Күп функциялы үҙәккә йыл әйләнәһенә бирергә була.

Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, магазиндарҙа һанлы приставкаларға һәм спутник антенналарына ҡытлыҡ юҡ. Мохтаждарға спутник антенналары ҡуйыусы “Башҡортостан спутник телекоммуникациялары” АО-һы хеҙмәткәрҙәре лә үҙ эштәрен сифатлы итеп башҡара.
Читайте нас: