+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Май 2019, 12:41

Ауылды берләштереүсе күпер

Еңеү көнө Йөҙимән ауылы халҡы өсөн икеләтә байрам булды. Төштән һуң тантаналы шарттарҙа ауылды уртаға бүлеп аҡҡан текә ярлы йырын аша күпер асылыуы, йөҙимәндәргә Ураҙа айында күктән төшкән бүләк кеүек тойолдо.

Ауыл халҡы был күпер тураһында күптән хыяллана ине, һәр саҡ ошо мәсьәлә күтәрелә килде. Урындағы халыҡ менән осрашыуҙарҙа “тапалған” ошо һорау тағы ла бирелеп, район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов “Туғыҙынсы майға күперле буласаҡһығыҙ” тигәс, халыҡ башта ышанмай ҙа торҙо. “Әйткән һүҙ - атҡан уҡ”, тигәндәй, хакимиәт башлығы һәм күпер төҙөүгә батырсылыҡ иткән ир-егеттәр үҙ һүҙендә ныҡ тора торған кешеләр булып сыҡты.

Күпер элеккеһенән бер метрға күтәрелеп, Юл төҙөү-ремонтлау идаралығы Ташлынан ҡырсынташ килтереп түшәп, йәйәүлеләр өсөн махсус йөрөү урыны, күперҙең ике башына электр фонарҙары ҡуйылып, асфальт түшәлгән. Был эштәр Красноусол коммуналь хужалығы директоры урынбаҫары Фәрит Сафин етәкселегендә ойошторолоп, ошо хужалыҡтың Алексей Ипатов, Ғәлийән Йәрмөхәмәтов, Андрей Храмов, Александр Мокшанцев, Әмир Иҫәнгилдин, Маргиз Мырҙабаев, Юрий Костылев, Андрей Ипатов кеүек оҫталары ярҙам иткән. Әйткәндәй, был Фәрит Фахразый улының Сәйетбаба ауылы советы буйынса 10-сы күпере. Ҡыш көндәре балаларға мәктәпкә, балалар баҡсаһына йөрөүе үҙе бер этлек булыр ине. Дөйөм көс менән күперҙең өҫ яғына йәйгелеккә һыу инергә быуа төҙөргә, ҡышҡылыҡҡа каток яһарға ла иҫәп тота йөҙимәндәр.

Бына тантаналы мәл: район хакимиәте башлығының төҙөлөш эштәре буйынса урынбаҫары Динар Зәбир улы Ғәлимов менән Сәйетбаба ауыл биләмәһе башлығы Айрат Әхиәт улы Сәйфуллин күпергә бәйләнгән ҡыҙыл таҫманы киҫеп, беренсе булып атлап сыҡтылар.

- Барығыҙҙың ярҙамы менән ай ярым эсендә мөһабәт күпер төҙөлдө. Тәү сиратта рәхмәт һүҙемде Юл төҙөү-ремонтлау идаралығы етәксеһе Зөфәр Мәғәсүм улы Хафизовҡа, Красноусол коммуналь хужалығы етәксеһе Илдар Нәзир улы Ҡолбахтинға еткерге килә. Шулай уҡ муниципаль район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов исеменән күперҙе ремонтлау һәм төҙөүҙә ҙур эштәр башҡарған Фәрит Сафин, Айрат Рәхмәтуллин, Сәйфи Фәйзуллин, Фәнис Мөхәмәтҡолов, Разиф Ғүмәров, Илнур Рәхмәтуллин, Илшат Шәмсетдиновҡа рәхмәт әйтеп, район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы менән бүләкләп үтәм. Күперҙе буяп, һәйбәт торошта тоторға тырышығыҙ, рәхәтләнеп тотоноғоҙ, - тип тамамланы һүҙен Динар Зәбир улы.

Сәйетбаба ауыл биләмәһе башлығы Айрат Әхиәт улы Сәйфуллин: “Күмәкләп тотонғас, бына тигән күпер ҡалҡып сыҡты. Эшләүселәргә, ярҙам итеүселәргә рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Күпер бағаналар ҡуйылып яҡтыртылды, асфальт түшәлде, таянғыс торбалары буялды”, - тине һәм ауыл биләмәһе хакимиәте исеменән З.М.Хафизовҡа, М.Р.Ғүмәровҡа, Ә.Ә.Ноғайғоловҡа, Х.В.Ишмыр-ҙинға, Н.М.Мусинға, И.Н.Ҡолбахтинға Рәхмәт хаты тапшырҙы.

- Еңеү көнөндә ошондай заманса күпер асылыуы шатлыҡлы күренеш. Элекке ырҙындың (АВМ) торбалары файҙаға тотонолоуы ла һәйбәт. Бынан шатланып үтеп йөрөргә яҙһын, иң мөһиме – күгебеҙ аяҙ булһын, - тине Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов һәм ярҙам күрһәткән Өфө ҡалаһының Булгаково ҡасабаһында йәшәүсе Әфләтүн Ғәлиәскәр улы Әхмәдовты Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләне.

“Ғафури табындары” ойошмаһының идара рәйесе Ғәлинур Зиннур улы Ҡалмырҙин да: “Мәктәп төҙөлгәндән һуң барлыҡҡа килгән яңы урамға тураға ышаныслы күпер һалынды, киләсәктә тағы ла яңы урамдар ҡалҡып сығыр тип уйлайым. Халыҡ көсөн – халыҡ өсөн, - тип тамамланы үҙ сығышын.

Коммуналь хужалыҡ етәксеһе Илдар Ҡолбахтин эштең барышы, төп ярҙам итеүселәр тураһында ентекләп һөйләне һәм үҙ теләктәре менән ярҙам иткән Фәйзулла Сөләймәновҡа һәм башҡа кешеләргә рәхмәт әйтте. “Алтын башаҡ” хужаһы Хәннән Ишмырҙин да барыһын да байрам менән ҡотлап үтте.

Күпер асыу тантанаһын алып барыусы Таңсулпан Рәхмәтуллина был сараны йыр-моң менән тамамлау өсөн һүҙҙе район мәҙәниәт һарайы методисы Ҡадир Ишбулдинға тапшырып, ул “Йәшәргә лә, әле йәшәргә” йырын яңғыратты.

Уҡыусылар хәҙер яңы, ныҡлы күпер аша тураға рәхәтләнеп мәктәпкә бара алһа, ололар ҙа бер-береһенә Ҡөрьән аштарына, хәл белешергә йөрөшөргә күпер булыуына шатланып бөтә алмай. Ауылды берләштереүсе күпер булыуы халыҡҡа йәшәйеш өсөн дә уңайлы бит.
Читайте нас: