-4 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Май 2019, 13:17

Яңғыҙҡайын батырҙарына дан йырланды

Еңеү көнөнә арналған тантаналы сара Яңғыҙҡайын ауылында ла ҙурлап үткәрелде. Байрамға килеүсе һәр кем иң тәүҙә мәҙәниәт йорто алдына ҡуйылған фотоһүрәттәрҙе ҡарап, үҙҙәренең ата-бабаларын, туғандарын иҫкә алды, күҙ йәштәре аша күңел һағыштарын таратыусылар ҙа булды.

Яңғыҙҡайын ауылынан Бөйөк Ватан һуғышына 855 ир-егет алынып, уларҙың яртыһынан әҙенә генә тыуған яҡтарына ҡайтыу насип була. Был ауылдан ике батыр: Закир Лотфорахман улы Әсфәндийәров менән Зәйнетдин Низаметдин улы Әхмәтйәнов Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған. “Совет һалдатына дан!” һәйкәле янында яҡташтары үҙ геройҙарына ҡаһарманлыҡтары тураһында яҙылған айырым таҡтаташ ҡуйған. Ә яугирҙарға ҡуйылған обелискыла һуғышта булған һәр кемдең исем-фамилияһын күрергә була. Байрам сараһы ла батырҙарҙы иҫкә алып, ошо обелиск янында үтте.

Яңғыҙҡайын ауыл биләмәһе башлығы Ғаян Заһретдин улы Фәйезов тантананы асып, йыйылыусыларҙы байрам менән ҡотланы, шул ғәрәсәтле йылдарҙы кисергән барлыҡ ауылдаштарға күңел түренән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен әйтте. Ауылдың оло кешеләренең береһе Иҙрис Вәлишин үҙ сығышында ил-көнгә именлек, яҡты тормош, уҡыусыларҙың тырышып уҡыуын теләне.

- Был байрам һәр беребеҙ өсөн ҡәҙерле. Сөнки һуғыш афәте - ауылыбыҙҙың һәр бер йортона ҡағылған ҡайғы, ғәзиз кешеләребеҙ үҙҙәренең ғүмерҙәрен аямай, илебеҙҙе фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙә ҡатнашҡан. Һуғыштың тәүге көндәренән беҙҙең Яңғыҙҡайын ауылынан 855 кеше тыуған илен һаҡларға юллана. Шуларҙың бары 354-енә генә тыуған яҡтарына ҡайтыу насип була. Уларҙың араһында ике Советтар Союзы Геройы, Дан орденының тулы кавалеры булған Ғәли Бикбаев та бар. Был ғына түгел, бик күп ауылдаштарыбыҙ батырлыҡ күрһәтеп, орден-миҙалдар тағып ҡайтты. 501 кеше Тыуған илен һаҡлап баштарын һалды, күпме балалар етем, ҡатын-ҡыҙҙар тол ҡалды. Улар ат урынына һабанға егелеп, Еңеү көнөн яҡынайтыу өсөн тәүлек әйләнәһенә эшләне. Тылда эшләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың хеҙмәте һуғышта ҡатнашҡан яугирҙарҙың батырлығына тиң. Шулар иҫәбендәге Нурия Исламғолова, Ләлә Биргулиева, Зәйтүнә Кәлимуллина, Рабиға Исламғолова, Әминә Бикбаева, Әминә Әбдрәхимова, Файруза Сәйғафарова апайҙарға иҫәнлек-һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ теләйем, - тине Яңғыҙҡайын ауыл ветерандар советы рәйесе Флүр Шәһит улы Ҡаһарманов һәм район ветерандар советы рәйесе Эльвира Әнүәр ҡыҙы Мөлөкованың ҡотлауын да уҡып ишеттерҙе.

Йәш егеттәрҙең обелиск янында һаҡта тороуы, яуҙа һәләк булғандар иҫтәлегенә күкте ярып автомат залпы яңғырауы батырҙарҙың даны мәңгелек булыуын күрһәтте.

Оло байрамға Яңғыҙҡайындар дәррәү әҙерләнгән. Бөтә ерҙе йыйыштырып, матурлағандар. Өҫтәлдәр һуҙылып, эскәмйәләр ҙә ҡуйылған. Быйыл “Ҡайын” МУП-ы ярҙамы менән үҙҙәренә һалдат бутҡаһы бешереү өсөн машинаға махсус тағылма-ҡаҙан да алғандар. Был инде батырҙарҙы данлау, киләсәк быуынды патриотик рухта тәрбиәләү ҙә булып тора. Ауыл хакимиәте башлығы Ғ.З.Фәйезов тыл ветерандарына сәскәләр һәм бүләктәр тапшырҙы.

Матур кейенешеп, шарҙар тотҡан уҡыусылар байрамды йәмләп, биҙәп торҙо. Һуңынан был тантанаға йыйылған халыҡ мәҙәниәт йортонда иң тәүҙә - Яңғыҙҡайын урта мәктәбе уҡыусыларының Еңеү көнөнә әҙерләгән сығышын ҡараһа, һуңынан “Мираҫ” халыҡ театры әҙерләгән “Үтеп барышлай” спектаклен тамаша ҡылды. Был спектаклдә һәр кем үҙ ролен бирелеп уйнаны. Рәүилә Мусина, Риф Бикбаев, Филүс Сабитов сағыу образдар тыуҙырҙы. Оло быуын кешеләре спектаклде күңел биреп ҡарап, һуңынан үҙ артистарына рәхмәт һүҙҙәре яуҙырҙы. Еңеү байрамы һәр кемдә һәйбәт тәьҫораттар ҡалдырҙы.
Читайте нас: