+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Май 2019, 14:50

Подъездар төҙөкләндерелә

Республикала алты йылға иҫәпләнгән подъездарҙы ремонтлау программаһы эшләй башлауға 1 ай ваҡыт үтеп тә китте.

Программаға ярашлы, республикала бөтәһе 26 мең, йыл һайын 4 мең подъезды төҙөкләндереү күҙ уңында тотола. Быйыл иң күп һанлы ике, биш, туғыҙ ҡатлы йорттар подъездары ремонтланасаҡ, ҡалғандары 2020 һәм унан һуңғы йылдарға планлаштырылған. Программа республиканың күп ҡатлы йорттар булған бөтә райондарында ла тормошҡа ашырыла.

Районда 2019 йылда Красноусолдағы Гагарин урамы, 54/1-се йорттоң - 2, Блюхер урамы, 7/2-се йорттоң - 4, Фрунзе урамы, 35/1-се йорттоң - 3, К.Маркс урамы, 20-се йорттоң 3 подъезы төҙөкләндереләсәк. Уларҙа баҫҡыстарҙы ремонтлау, ишектәрҙе һәм тәҙрәләрҙе, яҡтыртҡыстарҙы алыштырыу, штукатур, маляр эштәре ҡаралған. Улар 15 октябргә тиклем тамамланырға тейеш.
Читайте нас: