+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Май 2019, 12:29

Үҙең өсөн көрәш! Эскесе ҡорбаны булма!

Һәр ҡайһыбыҙҙың тиерлек тормошона теге йәки был дәрәжәлә үтеп инеп оялаған эскелек хаҡында ниҙәр генә ишетмәйбеҙ ҙә, ниҙәр генә күрмәйбеҙ һәм кисермәйбеҙ. Көйәбеҙ, хәсрәтләнәбеҙ, ут-һыуға төшәбеҙ һәм шунан ары китә алмайбыҙ. Икенсе төрлө әйткәндә, ошо ҡырағай күренеш менән һыйышып, тамам килешеп, йәғни ғаиләләге эскесенең ҡорбанына әүерелеп йәшәргә мәжбүрбеҙ. Ә шулай ҙа бөгөн эскелеккә ҡаршы һөҙөмтәле көрәш саралары бар.

Бар йәмәғәтселек тап ошо заман афәте – эскелеккә, шулай уҡ наркоманияға ҡаршы көрәшкә күтәрелде. Был эште башлап йөрөүселәрҙең береһе БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы “Ғаиләне ҡотҡарыу - ғаиләне эскесе ҡорбаны булыуҙан ҡотҡарыу” проекты сиктәрендә республиканың төрлө район-ҡалаларында семинарҙар, “түңәрәк өҫтәл”дәр ойоштора, шулай уҡ ауылдарҙа халыҡ менән осраша. Тап ошо проект сиктәрендә Союз ағзалары, проектты ойоштороусылар иң тәүге семинарҙы йыл башында Красноусолда уҙғарып, Табын, Сәйетбаба, Аҡкүл ауыл биләмәләре халҡы менән осрашҡайны.

Күптән түгел БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы Солтанова етәкселегендә Союз ағзалары Әнисә Еникеева, социаль программалар етәксеһе, проект координаторы Ольга Левина йәнә беҙҙең районда булып китте. Проект сиктәрендә Өфө ҡунаҡтары һәм район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Фәүзиә Зәйнуллина, район хакимиәтенән вәкил – йәштәр бүлеге мөдире Лариса Дәүләтшина, үҙәк ра-йон дауаханаһының табип-наркологы Айрат Мөхәмәтғәлин, Рәсәй Мосолман ҡатын-ҡыҙҙар союзының Ғафури районы бу-йынса ойошмаһы рәйесе Ғәлиә Рахманғолова, район “Ағинәйҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Рәмзиә Монасипова һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары ҡатнашлығында үҙәк район китапханаһының уҡыу залында “түңәрәк өҫтәл” үтте. Сараға шулай уҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһында бер нисә йыл эшләп килгән эскелек, наркомания проблемаларын үҙ иңендә татыған аноним алкоголиктар һәм наркомандар берләшмәләре башында тороусылар һәм әүҙемселәр килгәйне.

-“Ғаиләне ҡотҡарыу – ғаиләне эскесе ҡорбаны булыуҙан ҡотҡарыу” социаль проектын ғәмәлгә ашырып, беҙ төрлө ауылдарҙа булып, халыҡ араһында осрашыуҙар үткәрәбеҙ. Проблема ныҡ ҙур, ни өсөн беҙ тап ошо проектҡа тотондоҡ, сөнки беҙ бар тырышлығыбыҙҙы эскеселәр менән эшкә, эскелеккә ҡаршы көрәшкә бағышланыҡ. Хәйер, ғүмере буйы эскән кешене, үҙе теләмәһә, дауалап та, айыҡ тормош алып барыу хаҡында уның аңына еткереп тә булмай. Һәм проблеманың эскеселәрҙә түгеллеген, ә иң тәү сиратта уларҙы уратып алған мөхиттең, кешеләрҙең, йәғни яҡындарының - балалары, ҡатындары (ирҙәре), әсәйҙәре, хатта күрше-тирәһе, хеҙмәттәштәренең ыҙа сигеүенә, эскесенең ҡорбанына әүерелеүенә иғтибар итмәнек, ә эскесе был хаҡта уйлап та бирмәй, эскән, эсә һәм эсәсәк. Араларында бик-бик һирәктәре генә аңына килә. Бына шундайҙар беҙҙең арабыҙҙа бар, бөгөнгө сарала ҡатнашыусы ике Илгиз был проблема менән таныш булып, ошо яман сир ҡотҡоһонан ҡотолоу өсөн үҙҙәрендә көс тапҡандар һәм берләшеп, башҡаларҙы ла үҙ артынан эйәртә, - тине Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы һәм уларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. – Ғаиләлә үҙ-үҙен эскелек ҡорбанына әүерелдереп, тамам ауырыуға һабышыусылар ҙа юҡ түгел. Шуға ла эскесенән ыҙа сигеүселәр менән эшләргә кәрәк һәм уларҙың аңына еткереп, уларҙы берләштергәндә генә эшебеҙ килеп сығасаҡ. Ошо иҫ киткес күркәм Ғафури районына, айырыуса “Красноусол” шифаханаһына ҡай тарафтан кемдәр генә килмәй, улар бер иҫеректе лә күрмәһен һәм

республикала иң айығы булып танылырығыҙға иманым камил, сөнки ғафуриҙар Мәжит Ғафури вариҫтары ныҡ, көслө халыҡ, әгәр ҙә ныҡ тотонһағыҙ, барыһын да булдырасаҡһығыҙ! – тине Р.Солтанова.

Әнисә Еникеева “Эсмә, әсәй!” проекты менән таныштырҙы. – Был проект сиктәрендә агитация эштәре алып барҙыҡ, балалар араһында һүрәттәр конкурсы уҙғарҙыҡ, 500-ләп бала ҡатнашты, 40 ҡатын-ҡыҙҙы эскелектән кодировать иттек, 150-ләп баланы әсәһенә кире ҡайтарыуға өлгәштек. Барыһы ла һәйбәт ине, әммә проект тамамланыу менән уларҙың ҡабаттан элекке насар мөхиткә әйләнеп ҡайтыуы аяныслы. Был проекттың һөҙөмтәһе лә булманы кеүек, алкоголизмдың ҡурҡыныс эҙемтәләре хаҡында һөйләүҙәр эскелектән ваҡытлыса арыныуға мөмкинлек бирә, әммә уларҙы был мөхиттән нисек йолоп алыу хаҡында өйрәтмәй. Ә бына Ольга Анатольевна тормошҡа ашырған “Ғаиләне ҡотҡарыу – ғаиләне эскесе ҡорбаны булыуҙан ҡотҡарыу” проектының әһәмиәте бик ҙур. Проекттың эскелек менән яфаланыусыға ла, эскесе ҡорбаны булған кешегә лә ярҙамы буласаҡ. Эскелектән ҡотолорға теләге булғандар был проектта ҡатнашып, махсус программа буйынса 12 аҙым аша рухи таҙарыныу юлын үтә. Һәм ошо юлды үтеп, был проблема менән яңғыҙҙары түгеллеген, үҙҙәренә ярҙам ҡулы һуҙыусылар барлығын аңлап, айыҡ тормош юлына баҫыусылар бар. Улар бының менән бәхетлеләр. Ғафуриҙа ла был проектта ҡатнашырға теләүселәр бар, Красноусол мәсете янында “Аноним алкоголиктар” төркөмө барлыҡҡа килеп, ул эшләп килә, - тине Әнисә Ғәбделхаҡ ҡыҙы.

Проект координаторы Ольга Левина проекттың Президент, шулай уҡ йәмәғәтселек тарафынан хупланыуын, уның пилот проекты булыуын билдәләп, уның менән таныштырып үтте.

- Проекттың маҡсаты – алкоголизм менән сирлеләрҙе, эскелек ҡорбандарын айыҡ тормош юлына алып сығыу. Беҙ проектты ойоштороусылар, шулай уҡ Стәрлетамаҡтан “Аноним алкоголиктар” берләшмәһе әүҙемселәре һәр ваҡыт ярҙамға килергә, төркөмдәр төҙөшөргә әҙербеҙ, иң мөһиме - сирлеләрҙең генә был яуыз йоғонтоһонан арынырға теләге булһын һәм, һөҙөмтәлә, арынһын, - тине Ольга Анатольевна. Әйткәндәй, БР Ҡатын-ҡыҙҙар союзы был эште Федераль Хөкүмәт ярҙамы менән башҡара. Былтыр үҙ-ара ярҙам төркөмдәре булдырыу йәһәтенән президент гранты бүленгән.

Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы “Аноним алкоголиктар” (“Ал-Анон”) берләшмәһенең (бында “Мангуст”, “Яңырыу” (“Возрождение”) төркөмдәре, “Өмөт” (“Надежда”) социаль адаптация үҙәге эшләй) әүҙем ағзалары, байтаҡ йылдар айыҡ тормош менән йәшәүҙең мәғәнәһен тойоп йәшәүсе элекке эскеселәр – ике Илгиз нисек сәләмәт йәшәү рәүешенә ҡайтыуҙары хаҡында һөйләне. Берләшмәләрҙә даими осрашыуҙарҙың ярҙамы ҙур булыуын, унан һуң күптәр, шул иҫәптән үҙҙәре лә, нисәмә йылдар буйына айыҡ тормош алып барыуын һыҙыҡ өҫтөнә алдылар. Хәҙер улар үҙ алдына шундай маҡсат ҡуйған: үҙең эскелектән ҡотолғанһың икән, башҡаларға ярҙам ит!

Асыҡлыҡ индереп китергә кәрәк, нимә һуң ул “Ал-Анон”? Был Америка медицина ассоциацияһы тарафынан эскелеккә ҡаршы эшләнгән “Алкогомекс Анонимус” (“А.А.”) тип аталған махсус программа. Ысул Америка ерлегендә ойошторолһа ла, хәҙер ул күп илдәрҙә, беҙҙә лә һынау үтә һәм уның күптәргә ярҙамы тейә. Берләшмә ағзалары бергә йыйылып тәжрибә уртаҡлаша, лекциялар тыңлай, белгестәрҙән кәрәкле психологик ярҙам, кәңәштәр ала, махсус әҙәбиәт менән таныша һ.б. Быларҙан тыш, эскеселәрҙең ғаилә ағзалары, дуҫтары өсөн махсус эшләүсе “Ал-Анон” төркөмдәре лә бар. Төркөмдәрҙә шөғөлләнеү бушлай һәм аноним нигеҙҙә үтә.

Алкоголизмдан ҡала йәнә бер ҡурҡыныс социаль афәт – наркомания. Наркомандарға ярҙам итеү берләшмәләре лә “Ал-Анон” системаһы буйынса барлыҡҡа килеп, шул уҡ ысул менән эшләй. Был хаҡта Маргарита (Марго) һөйләне. Уның атаһы – эскесе, ире – наркоман. Ул өйҙәрендә ниндәйҙер проб-лема булыуын кемдер һиҙеп ҡалмаһын тип барыһы ла һәйбәт итеп күрһәтергә тырышҡан. – Беҙҙең иң ҙур хатабыҙ – проблемаларыбыҙ хаҡында һөйләмәй, йәшереүебеҙ, - ти Маргарита. Һәм социаль сирле яҡындары арҡаһындағы кисерештәрен еңергә үҙендә көс табып, коммерция булмаған төркөмдәр (Стәрлетамаҡта, Салауатта) төҙөп, башҡаларға ярҙам итергә тотонған.

Табип-нарколог Айрат Мөхәмәтғәлин эскелек менән көрәш темаһының әһәмиәтлелеген, күп яҡлы, шул уҡ ваҡытта ҡатмарлылығын һыҙыҡ өҫтөнә алып, үҙәк район дауаханаһының наркология бүлегендә 10 бюджет койкаһы һәм дауаланыу бушлай булыуын билдәләп үтте, урын булмағанда Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы реабилитация үҙәгенә йүнәлтеүҙәре, даими эскән ҡатын-ҡыҙҙарҙы дауалау хаҡында бәйән итте.

“Түңәрәк өҫтәл”дә социаль сирлеләр һәм уларға ярҙам проблемаһы уртаға һалып һөйләшелде. Районыбыҙ ауылдарының һәр береһендә төркөмдәр төҙөүҙе яйға һалыу, заман афәтенә ҡаршы берҙәм булыу ҡыҙыл еп булып үтте. Уны ойоштороп уҙғарыуҙа район ҡатын-ҡыҙҙар советы ҙур көс һалған.


Читайте нас: