+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Май 2019, 12:08

Геройҙар иҫтәлегенә

Республикабыҙҙа “Йәшел Башҡортостан – 2019” акцияһы сиктәрендә ағас ултыртыу дауам итә. Беҙҙең районда ике Советтар Союзы Геройын биргән Яңғыҙҡайын ауылында батырҙар иҫтәлегенә Геройҙар аллеяһы булдырылды. Йәшел шыршылар Геройҙар Закир Лотфрахман улы Әсфәндийәров менән Зәйнетдин Низаметдин улы Әхмәтйәнов бюсы эргәһендә һәм Батырҙар мемориалы артында ултыртылды.

Был мәртәбәле сарала район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр бу-йынса урынбаҫар вазифаһын башҡарыусы Гүзәл Байдәүләтова, район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова, Йәштәр, социаль сәйәсәт, физик культура һәм спорт бүлеге етәксеһе Лариса Дәүләтшина, район Советы депутаты Айҙар Рафиҡов, ауыл биләмәһе башлығы Ғаян Фәйезов, ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар һәм уҡыусылар ҡатнашты.

Ауыл биләмәһе башлығы Ғаян Заһретдин улы йыйылыусыларҙы тәбрикләп, ошо акцияла ҡатнашыусыларға рәхмәт әйтеп: “Геройҙарыбыҙҙы беҙ һәр саҡ иҫкә алырға, уларҙы хөрмәтләргә тейешбеҙ”, - тине.

- Был акция төрлө йәштәге кешеләрҙе бер уй, теләк: ҡаһармандар иҫтәлегенә ултыртылған үҫентеләрҙе артабан да тәрбиәләү йәһәтенән берләштерә. Бындағы Геройҙар бюсы, Батырҙар мемориалы тирәһе йыйыштырылған, тәртиптә. Киләсәктә лә шулай булһын. Беҙгә тыныс тормош бүләк иткән батырҙарыбыҙ алдында сикһеҙ бурыслыбыҙ. Ә инде бөгөн ултыртасаҡ шыршылар был ергә ерегеп, матур итеп үҫеп китһендәр, - тип һөйләп үтте Гүзәл Зөфәр ҡыҙы.

Район ветерандар советы рәйесе Эльвира Әнүәр ҡыҙы ла үҙенең теләктәрен еткерҙе.

Иң тәүҙә ауыл хакимиәте алған петуния сәскәләрен ултыртҡандан һуң, урындар билдәләнеп, ағастарҙы ултыртыу буйынса эш башланды. Ир-егеттәр соҡорҙар әҙерләне, ҡатын-ҡыҙҙар үҫентеләрҙе һайлап ергә ултыртты, уҡыусылар кемуҙарҙан һыу ташыны. “Күмәкләгән – яу ҡайтарған”, - тигәндәй, күмәкләп тотонғас, эш тә оҙаҡҡа һуҙылманы. Күктәге болот та эштең тамамланыуын ғына көтөп торғандай, ергә шифалы тамсыларын һибә лә башланы. Акцияла ҡатнашыусылар ҙа изге эштән ҡәнәғәт булып таралышты.

Әлфиә ЛАТИПОВА.
Читайте нас: