+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Май 2019, 13:29

Маҡсаттар бер, теләктәр изге

Башҡортостан гөлдәр иле,Һәр бер милләт уның гөлө.Беҙҙең республикала 100-ҙән артыҡ милләт кешеһе тыныс, татыу ғүмер кисерә. Милләт-ара мөнәсәбәт - Башҡортостан етәкселегенең һәр саҡ иғтибар үҙәгендә. Туған телде, мәҙәниәтте, тарихты өйрәнеүгә булышлыҡ итеү – дәүләтебеҙҙең төп милли сәйәсәте.

Беҙҙең районда ла күп төрлө милләт кешеләре йәшәй. Бик күп талантлы шәхестәр биргән, мәҙәниәт өлкәһендә ҙур уңыштарға ирешкән районыбыҙҙа төрлө йәмәғәт ойошмалары бик матур эшләп килә. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының “Ағинәйҙәр” ойошмаһы әүҙем эшләй башланы. Был ойошма ауылдар тормошона яңы һулыш өрҙө тиһәң дә була. Ләкин татар ауылдарында йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ был эштәрҙән ситтә ҡалып килә ине. Милләт өсөн янып йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар, башҡа райондарҙағы кеүек, беҙҙә лә “Аҡ ҡалфаҡ” ойошмаһының бүлексәһен төҙөргә тәҡдим иттеләр.

“Аҡ ҡалфаҡ” Бөтә донъя татар ҡатын-ҡыҙҙары ижтимағи ойошмаһы 1990 йылда барлыҡҡа килә. Ул ҡатын-ҡыҙҙарҙың, ғаиләнең һәм балаларҙың тормош шарттарын яҡшыртыуҙа дәүләт сәйәсәтен билдәләү, әсә һәм бала хоҡуҡтарын яҡлау, милләтте үҫтереү, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, телде һаҡлап ҡалыу маҡсатынан ойошторола. Башҡортостанда был ойошма 1997 йылда үҙ эшен башлай. Республикабыҙ райондарында уның 40 бүлексәһе эшләп килә.

Яңыраҡ Игенйылға ауылында ла “Аҡ ҡалфаҡ” ойошмаһының бүлексәһен ойоштороу йыйыны үтте. Осрашыуға райондың 11 ауылынан вәкилдәр килде. Район Советы секретары Р.С. Монасипов, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ф.Һ.Зәйнетдинов, район Советының ойоштороу бүлеге етәксеһе М.Б.Йәнмырҙин, ауыл биләмәләре етәкселәре, район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Ф.С.Зәйнуллина, мәғариф бүлегенән Ә.З.Латипованың ҡатнашыуы был осрашыуға мәртәбә өҫтәне.

Сығыш яһаусылар башланғысты хуплап, яҡшы теләктәре, эшлекле тәҡдимдәре менән бүлештеләр, туған телгә мөнәсәбәт, ғаиләлә тәрбиә, ауылдарҙағы эскелеккә ҡаршы көрәш, милли баҫмаларға яҙылыу, мәҙәниәт усаҡтарына ярҙам, сәләмәт тормош алып барыу, “Атайҙар советы”, димселәр мәктәбе ойоштороу кеүек күп төрлө проблемаларға туҡталдылар. Районда эшләп килгән “Ағинәйҙәр” ойошмаһының эш тәжрибәһен өйрәнеп, берҙәм булып эшләргә тигән тәҡдимдәр индерелде. Игенйылға мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Зилә Миңнеғәли ҡыҙы үҙенең сығышында “Аҡ ҡалфаҡ” ойошмаһының эше һәм маҡсаттары менән таныштырҙы. Ауыл кешеләренең проблемалары менән уртаҡлашты. Осрашыу йыр-бейеүҙәр менән аралашып барҙы. Игенйылға ауылында бына 3 йыл инде даи-ми эшләп килгән “Әхирәттәр” клубы сараның төп биҙәге булып торҙо. Уларҙың үҙҙәре сиккән ҡалфаҡтары, матур милли кейемдәре менән сәхнәлә сығыш яһауҙары бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр, моғайын. Уҡыусы балаларҙың да Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәрен сәхнәләштереүе бик онотолмаҫ тәьҫир ҡалдырҙы. Был сараны әҙерләүҙә Игенйылға мәҙәниәт йорто художество етәксеһе, билдәле ауыл хәбәрсеһе, милләт йәнле Зилә Сәйетбатталова күп көс һалған. Клуб фойеһында ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙарының ҡул эштәренән, аш-һыуҙарынан бай күргәҙмә ойошторолғайны. Ҡунаҡтар ҙа буш ҡул менән килмәгән. Бурлынан “Әхирәттәр” клубының матур сығышы тамашасыларға бик оҡшаны. Осрашыу һуңында Ғафури районы татар ауылдары ҡатын-ҡыҙҙары йыйынының ҡарары буйынса яңы төҙөлгән “Аҡ ҡалфаҡ” бүлексәһенә етәксе һәм һәр татар ауылынан актив һайланды.

Беҙ күп милләтле ерлектә йәшәйбеҙ. Проблемаларыбыҙ, уйҙарыбыҙ төрлөлөр. Ләкин беҙҙең барыбыҙ өсөн дә уртаҡ бурыс бар. Беҙ ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәләре. Халҡыбыҙҙың күп быуаттар буйы йәшәп килгән тәрбиә сараларын, күп төрлө күркәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, матур өлгөләрҙе тапшырыусылар. Милләтте милләт итеп йәшәтеүҙә төп роль ҡатын-ҡыҙға йөкмәтелә.

Вәсимә МӨХӘРМӘТОВА.

Бурлы ауылы.
Читайте нас: