+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Май 2019, 12:16

Тормошобоҙҙо айыҡлыҡҡа борайыҡ

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте туҡтап ҡалған “Айыҡ ауыл” конкурсына старт биреү менән районыбыҙҙың Еҙем-Ҡаран ауылы халҡы беренселәрҙән булып ошо акцияға ҡушылыуҙары тураһында белдереп, ҡорға йыйылды. Был әһәмиәтле сарала район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Заһир Зариф улы Ишкин һәм “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире, республика “Ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйесе Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева ҡатнашты.

Ф.Сыңғыҙов ауыл халҡын ҡеүәтләп: “Былтыр районда көмөшкә йә легаль булмаған алкоголле эсемлек менән һатыу итеүсе 208 нөктә асыҡланған. Район етәкселеге, хоҡуҡ һаҡлау органдары көсө менән шул нөктәләрҙең күбеһе ябылған, 65 кешегә ҡарата протокол төҙөлгән һәм уларҙан түләтелгән штраф суммаһы 1 млн 508 һум тәшкил иткән. Бөгөнгә районда тағы шундай 60 нөктә булыуын беләбеҙ һәм уларға ҡаршы көрәш дауам итәсәк. Беҙ районда эскелекте бөтөрөргә тейешбеҙ. Кешеләрҙең тормошон яҡшыртыу өсөн бергәләп тотонһаҡ, булдырасаҡбыҙ. 500 меңде алайыҡ, - тигән һүҙҙәр менән тамамланы үҙ сығышын.

- “Айыҡ ауыл” конкурсы муниципаль райондарҙың ауыл биләмәләре араһында ике этапта ойошторолоп, тәүгеһе 10 апрелдән 31 авгусҡа тиклем райондар араһында үткәрелә. Унда бөтә ауылдар һәм ауыл биләмәләре ҡатнаша ала. Икенсеһенә, республика этабына, муниципаль райондарҙың еңеүселәре сығасаҡ. Конкурсҡа йомғаҡ 2019 йылдың 30 ноябренә тиклем яһаласаҡ. Еңеүселәр республика Хөкүмәте дипломдары һәм аҡсалата (маҡсатлы) премия менән бүләкләнә: беренсе урынға – 500 мең һум, икенсе урынға – 250 мең һум, өсөнсө урынға – 150 мең һум. Аҡсалата бүләк ойоштороу комитеты ҡарары буйынса ауыл биләмәһен үҫтереү өсөн файҙаланыла. Конкурста әүҙем ҡатнашып, финалға еткән 10 ауыл биләмәһенә 30-ар мең һум тапшырыла. Бынан тыш, ойоштороу комитеты район, ауыл биләмәһе башлыҡтары, мәктәп директорҙары, әүҙем йәмәғәтселәр иҫәбенән 20 әүҙемсене лә билдәләйәсәк. Улар Башҡортостан Хөкүмәте дипломдары һәм 10-ар мең һум премия менән бүләкләнәсәк. Сараға сәйәсмәндәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, журналистар һәм билдәле шәхестәр йәлеп ителәсәк. Халыҡты берләштереп, ғорурлыҡ менән “Беҙҙең халыҡ эсмәй” тип әйтерлек булһын, - тип, был конкурс тураһында ентекле аңлатып үтте Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары З.Ишкин.

Республикабыҙҙың “Ағинәй-ҙәр” ойошмаһы рәйесе Г.Г.Янбаева сығыш яһап: “Тормошобоҙҙо айыҡлыҡҡа борайыҡ. Туйҙар, өмәләр, бөтә саралар айыҡ үтергә те-йеш. Эсмәһәк милләтебеҙ ҙә, ауылдарыбыҙ ҙа һаҡланыр. Балаларыбыҙҙың киләсәген уйлайыҡ”, - тине.

Сараны ҡеүәтләп, Үзбәк ауылы ҡәләм оҫтаһы Фәрғәт Ғәлин, Еҙем-Ҡарандан Флүрә Хәлилова үҙҙәре яҙған шиғырҙарын уҡыны. Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе башлығы Нурсилә Хәсәнова: “Проектта ҡатнашырға ауылыбыҙ күптән хаҡлы. Шағир ауылы булараҡ, бөтә яҡлап та өлгө булырға тейешбеҙ. Конкурста еңербеҙ тигән өмөттәбеҙ”, - тине. Биләмәнең эштәргә идара итеүсеһе Әлфиә Әхмәт ҡыҙы Сәйғафарова ҡорҙоң ҡарар проекты, яуаплылар менән таныштырҙы һәм тауышҡа ҡуйҙы. Бөтәһе лә бер төптән был ҡарар менән риза булыуҙарын белдереп ҡул күтәрҙе.

Ҡорҙа Еҙем-Ҡаран халыҡ театры Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” спектакленән өҙөк күрһәтте. Ауыл Ағинәйҙәре лә мөнәжәт әйтеп, барыһын да рухландырҙы.

Мөһим сараға Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марсель Ҡотоев та килгәйне. Ул тамашасыларға “Уралым - тыуған төйәгем”, “Ҡара юрға”, “Бәхетлемен”, “Һағындым ауылымды” тигән һоҡланғыс йырҙарҙы бүләк итте.

Үҙебеҙҙе лә, тормошобоҙҙо ла йәмһеҙләгән “йәшел йылан”ды күркәм еребеҙҙән алып ташлап, айыҡ аң менән кәрәкле эштәр башҡарып, тәрбиәле балалар үҫтереп, һау-сәләмәт булып матур итеп йәшәйек.


Читайте нас: