+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Май 2019, 13:21

Һабантуйға саҡырыу

Хөрмәтле яҡташтар һәм ҡунаҡтар !1 июндә "Лукойл" автозаправка станцияһы артындағы яланда халыҡ байрамы Һабантуй була. 10.00 сәғәттә башлана.

ПРОГРАММА

10.00 - 11.00 - ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу: "Арбат", арт-объекттар, оҫталыҡ дәрестәре: "Баллы ихата", ҡымыҙ яһау, сәй ихатаһы, усаҡта ҡоймаҡ ҡойоу;

11.00 - 11.30 - Һабантуйҙы тантаналы асыу;

11.30 - 12.00 - кырандастар парады һәм таж кейгән ҡыҙҙар шоуы;

12.00 - 15.00 - байрам концерты;

12.00 - ат сабышы; "Ылаҡ" башҡорт милли уйыны;

12.30 - 14.00 - спорт ярыштары (милли көрәш, грэпплинг, гер күтәреү, еңел атлетика, волейбол, шахмат буйынса турнир, арҡан тартыу, мини-футбол, ҡул көрәштереү;

һәм халыҡ уйындары: "мәргән уҡсы", таш ырғытыу, ҡолғаға үрмәләү, ауыш ҡолғала йөрөү, ҡапсыҡ кейеп йүгереү, тоҡ менән һуғышыу, ҡалаҡҡа һалып йомортҡа ташыу, көйәнтәләп һыу ташыу, бүләктәр ҡырҡып алыу, көршәк ватыу, футгольф;

13.00 - 13.30 - осоу шоуы (авиашоу, парашютсылар сығышы);

15.00 - ярыштар, уйындар һәм бәйгеләргә йомғаҡ яһау. Бүләктәр тапшырыу. Һабантуйҙы ябыу.

Ойоштороу комитеты.


Читайте нас: