Районыбыҙҙа ата-әсәһе ҡарауынан мәхрүм ҡалған 55 ҡабул ителгән һәм 65 опекун ғаиләһендә 170 бала тәрбиәләнә. Был ғаиләләр районда уҙған конкурстарҙа ғына ҡатнашып ҡалмай, ә республика кимәлендә лә районыбыҙҙың данын яҡлайҙар. Бына, мәҫәлән, 2007 йылда Таш-Аҫты ауылынан үҙҙәренең 5 балаһы янына 5 сабыйҙы ҡабул итеп алған Таңгөл менән Раил Ҡаранаевтар республика конкурсында “Иң яҡшы ҡабул иткән ғаилә” номинацияһында билдәләнеп, БР Президенты грантын яулай. 2009 йылда иһә Альмира менән Павел Смирновтар (6 бала ҡабул ителгән, 2 бала уллыҡҡа алынған) 1-се урын яулап, БР Мәғариф министрлығының Дипломына лайыҡ була. Әйткәндәй, Смирновтар ғаиләһе 2008 йылдан ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙы үҙ ҡанаттары аҫтына алып тәрбиәләйҙәр. Ошо йылдар арауығында уларҙың мәрхәмәтле йортонда 16 бала (6-һы – хәҙер өлкән йәштә) һыйыныр урын тапҡан. 2010 йылғы конкурста Баҡраҡ ауылынан Лилиә менән Ғайса Күскилдиндар (3 бала тәрбиәгә алынған, үҙҙәренең 2 балалары бар), 2013 йылда Аҡкүл ауылынан Надия менән Александр Костылевтар (тәрбиәгә 8 бала алғандар, 4 балалары бар) ҡатнашты. Ә Аҡкүл ауылынан тәрбиәгә 5 бала алған Римма менән Валерий Самковтар ғаиләһе “Башҡортостан Республикаһында иң яҡшы алыштырыусы ғаиләләрҙең Аллея-Кенәгәһенә” индерелә.
Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған ғаиләләрҙең “Йөрәгемде балаларға бирәм!” ра-йон конкурсына Ҡауарҙы ауылынан Таһура Байназарова 2015 йылда тәрбиәгә алған ике бала – 10 йәшлек Ләйсән Байдәүләтова һәм 15 йәшлек Рәшит Вафиев менән килгән. Яугилде ауылынан Гөлнур менән Ким Ғәлиәхмәтовтар үҙҙәренең 14 йәшлек ҡыҙҙары Эльвина янына 2011 йылда өс бер туған Малышеваларҙы тәрбиәгә алған: Лианаға - 18, Элинаға - 17, Каринаға 11 йәш. Красноусолдан Римма менән Фәрит Ғибаҙуллиндар тәрбиәгә алған ағалы-һеңлеле Андрей (15 йәш) менән Сабина (11 йәш) Романовтар, 7 йәшлек Ульяна Синицина һәм үҙҙәренең 15 йәшлек ҡыҙҙары Наҙгөл менән, ә Сәйетбаба ауы-лынан Гөлдәр менән Флүр Фәхриевтар 6 йәшлек Владислав Солтанов һәм 10 йәшлек Алһыу Сабитова менән ҡатнашты.
Конкурстың һәр бер һынауын ғаиләләр үҙенә генә хас оҫталыҡ менән үтте. Башта тамашасыларҙы үҙҙәре менән таныштырҙылар. Артабанғы һынауҙа балаларҙың ижади һәләттәре сағылыш тапты. Ҡауарҙынан Ләйсән менән Рәшит тасуири итеп шиғыр һөйләне, Сәйетбабанан Алһыу атаһы менән үҙенсәлекле бейеү башҡарҙы, Красноусолдан Наҙгөл, Сабина, Ульяна, Андрей бергәләшеп эстрада бейеүен тамашасылар хөкөмөнә сығарҙы, Яугилденән килгән ҡыҙ татар бейеүен башҡарҙы. Бәйгенең һуңғыһында һәр ғаиләнән бер бала музыка оҙатыуында “мунсала йыуынып” үҙенең артислыҡ һәләтен дә күрһәтте.
Ярыштар ғаиләләргә ҡабул итеп алынған балаларҙың сығыштары менән үрелеп барҙы. Смирновтар ғаиләһендә тәрбиәләнеүселәрҙең “Бибика” төркөмө - бейеү, Гөлсинә Закирова йыр башҡарҙы. Шулай уҡ мәҙәниәт һарайынан Рәмил Ҡотдосовтың, вокал ансамблдең “Атай йорто”, сәнғәт мәктәбе уҡыусыһы Лина Йомағолованың, Табындан 5 йәшлек Агата Аванесяндың йырҙары, Балалар ижады үҙәге бейеү коллективының, “Миләшкәй” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең бейеүҙәре, бәләкәс Алмаз Хөсәйеновтың шиғыры конкурсҡа биҙәк өҫтәне.
Район хакимиәте, опека һәм попечителлек бүлеге ярҙамында ойошторолоп уҙғарылған конкурс тамам. Фәхриевтар – 1-се, Ғәлиәхмәтовтар – 2-се, Байназаровтар 3-сө урынға лайыҡ булды. Гран-приҙы Ғибаҙуллиндар яуланы, тап был ғаилә рес-публика конкурсында ҡатнашыу хоҡуғы алды. Ғаиләләргә Дипломдар һәм ҡиммәтле, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.