Май аҙаҡтарында бөтә ил буйынса төрлө көндәрҙә Күршеләр көнө үткәрелеп килә. Күпселек быяла заводының элекке эшселәре йәшәгән Красноусол ҡасабаһының Блюхер урамындағы 5/2, 7/1, 7/2 һәм 9-сы йорттарындағы берҙәм, эшсән, бер-береһе менән татыу ғүмер иткән күршеләр 24 май көндө ошо байрамды бергәләп, күңелле итеп үткәрҙеләр.
Байрамды алып барыусы Елена Рябова йыйылыусыларҙы был көн менән тәбрикләп, тарихын да ҡыҫҡаса аңлатып үтте. Был йорттарҙа йәшәүселәр үҙҙәренең подъездарын йыйыштырып, биҙәп, ҡул оҫталарының күргәҙмәләрен ҡуйып, бешеренеп дәртләнеп әҙерләнгәндәр.
Красноусол ауыл биләмәһе башлығы Рәүилә Зөфәр ҡыҙы Мөхәмәҙиева барыһын да Күршеләр байрамы менән ҡотлап үткәндән һуң, был йорттарҙа йәшәүселәрҙең “Иң өлкән кешеләре” – Тамара Александровна Храмова (1936 йылғы), Менәүәрә Ғәликарам ҡыҙы Ғәзизова (62 йыл был йортта йәшәй, хеҙмәт ветераны, 1937 йылғы), Венера Ғәлиулла ҡыҙы Ғөбәйҙуллина (Коммунистик хеҙмәт ударнигы, 1938 йылғы), Вера Павловна Ипатованы (1938 йылғы), “Йорттоң иң бәләкәй кешеһе” - игеҙәктәр Ваня менән Петя Малковтарҙы, “Иң яҡшы йорт алды” номинацияһында Рәйсә Риф ҡыҙы менән Алексей Николаевич Маньшевтарҙы, йорт-тирәһен төҙөкләндереүҙә әүҙем ҡатнашҡан Мария Морозова, Рина Мәүлетшина, Ксения Муллаянова, Оксана Нәзирова, Нина Зюзина, Марс Ғөбәйҙуллин, Дилә Ваһапова һәм балаларҙан Айнур Ҡаһиров, Александр Тваури, Юрий Кулуев, Игорь Рахменовты, “Урамымдың ҡул эштәре оҫталары”нда Ксения Муллаянова менән Рәйсә Маньшева, Нурзиә Әминова бүләкләнеп, уларҙың барыһына ла Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Шулай уҡ “Иң йәмле подъезд” номинацияһына 7/1 һанлы йорт лайыҡ булды.
Ошо йорттарҙа йәшәүсе Вера Павловна Ипатова, Наталья Ивановна Глушкова сығыш яһап, күрше өйҙә, йортта йәшәүселәргә иҫәнлек-һаулыҡ теләп, һәр саҡ эргәңдә булған күршеләр менән шулай бер туғандай дуҫ йәшәргә саҡырҙылар.
Район мәҙәниәт һарайы артистарының йыр-моңо, Рәмил Ғимрани башҡарыуындағы үҙе яҙған йырҙары, “Землячки” ансамбле сығыштары барыһының күңеленә хуш килде. Балалар ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәренең ошо урамда йәшәүсе балалар менән төрлө уйындар ойоштороуы байрамды сағыу итеп, йәнләндереп ебәрҙе.
Был йорттарҙа йәшәүсе-ләрҙең бер-береһен белеп, аралашып, күңелле йәшәүҙәренә ҡарап: “Күршең менән татыу, дуҫ йәшәүгә ни етә…” - тип ҡуйғандыр байрамға килеүселәр.