+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Май 2019, 12:08

Шат йылмайһын һәр бала

Йыл һайын 1 июндә Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөн билдәләйбеҙ. Күп йыллыҡ тарихы булған байрамдың балаларҙың йәйге каникулы алдынан башланыуы ҙур мәғәнәгә эйә.

Беҙҙең илдә был байрамды күңелле конкурстар, спорт ярыштары, оҫталыҡ дәрестәре, концерт менән үткәреү традицияға ингән. Ата-әсәләр был көндө балалары менән бергә күңел асып үткәрергә тырыша. 1 июнь – балалар өсөн күңелле байрам ғына түгел, ә кешеләргә балаларҙың проблемаларына битараф булмаҫҡа, уларҙың хоҡуҡтарын яҡларға кәрәклеге тураһында тағы ла бер тапҡыр иҫкәртеү ул. Һәр бала бәхетле бала саҡ кисерергә тейеш. Өлкәндәрҙең бурысы – балаларҙы төрлө хәүеф-хәтәрҙән ҡурсалау менән бер рәттән, уны тормоштағы төрлө сетерекле хәлдәргә әҙерләү. Уларҙы беҙ яҡшыны ямандан айыра белергә, үҙ аллы ҡарарҙар ҡабул итергә өйрәтергә тейешбеҙ. Был йәһәттән балалар баҡсаһының, мәктәптең роле ҙур булһа ла, төп тәрбиә, тәү сиратта, ғаиләлә, ата-әсә өлгөһөндә тәрбиәләнә. Шуға күрә балағыҙ менән аралашырға ваҡытығыҙҙы йәлләмәгеҙ.

Һәр бала үҙен яратыуҙары тураһында белеп үҫергә тейеш. Балаларҙы яҡлау көнөндә райондың барлыҡ балаларына күңелле, ғәмһеҙ бала саҡ, өлкәндәрҙең һөйөүен, хәстәрлеген, бар хыялдарының да тормошҡа ашыуын теләйем. Ата-әсәләргә балаларын яратыуҙары, бар мәрхәмәтле кешеләргә балалыҡ проб-лемаларына битараф булмағандары өсөн рәхмәт әйтке килә. Барығыҙға ла тыныслыҡ һәм изгелек, ғаилә бәхете, уңыштар теләйем. Балаларҙың шат тауышы һәр йортта яңғырап торһон!

Альбина ҒӘЗИЗОВА,

Балалар хоҡуғы буйынса вәкилдең Ғафури районындағы йәмәғәт ярҙамсыһы.


Читайте нас: