+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июнь 2019, 13:07

Аттар сыҡты бәйгегә...

Һабантуйҙың үҙенсәлекле бер биҙәге, әлбиттә, ат сабышы булды. Әүәл-әүәлдән уны кем генә ҡыҙыҡһынып, яратып ҡарамай икән. Шуға ла иң күп тамашасыны – олоһон да, кесеһен дә үҙенә йыйған арғымаҡтар сабышын һәр кем ҙур кинәнес менән тамаша ҡылды. Бәйгелә районыбыҙҙың “Урожай” ЯСЙ-е КХ-һы, “Алиян”, “Урманстрой” ЯСЙ-е, “Ғәзизов М.Ф.” шәхси ярҙамсы хужалығынан, Ҡауарҙы, Аҡкүл, Бельский һәм башҡа ауыл биләмәләренән өс тиҫтәгә яҡын юртаҡ ҡатнашты.

Ябай аттар һәм тоҡомло юрғалар айырым уҙышты. Ул 4 этаптан тороп, алдағыларында финиш һыҙығын тәүгеләрҙән булып үткән аттар финал уҙышында ҡатнашты. Һәм, ниһайәт, көсөргәнешле, сәмле бәйге аҙағына яҡынлашты. Береһенән-береһе етеҙерәк аттар күҙ асып йомған арала финишҡа килеп тә етте.

Ябай аттар араһындағы бәйгелә Бельский ауыл биләмәһенән Антон Федоровтың “Буян” ҡушаматлы аты финиш һыҙығын тәүгеләрҙән булып үтте. “Ғәзизов М.Ф.” шәхси ярҙамсы хужалығынан Зиннур Юлбирҙин “Толпар”ында – 2-се, Имәндәш ауыл биләмәһенән Мәхмүт Аҫылбәков “Алмаз” ҡушаматлы атында 3-сө урынды яуланы.

Таҙа тоҡомло арғымаҡтар араһындағы сабышта, өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан, үҙенең дөлдөлө менән бик күп һабантуйҙарҙа ҡатнашып, беренсе һәм призлы урындар яулаған - “Урожай” ЯСЙ-енән Фәнис Фәхретдиновтың “Аллагес” ҡушаматлы юрғаһына – 1-се, Ғафури ветстанцияһынан Данис Дауытовтың “Шильдон”ына – 2-се, Аҡкүл ауыл биләмәһенән Вадим Афанасьевтың “Ракета”һына 3-сө урын бирелде.

Бәйгелә ҡатнашыусы һыбайлыларҙың береһе лә буш ҡул менән ҡайтманы, һәр ҡайһыһы приздарға лайыҡ булды. Еңеүселәргә иһә ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.


Читайте нас: