+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июнь 2019, 12:28

Ауыл эшсәндәренә – Дан!

Ҡунаҡтар трибунанан урын алыу менән майҙанға ярһыу атҡа атланған һыбайлы сығып, бар халыҡты байрамға саҡырҙы.

Бына алып барыусылар Һабантуй башланасағын хәбәр итә. Төрлө мәҙәниәт коллективтары һәм балалар ҡатнашлығында матур тамаша күрһәтелде.

Һабантуй флагын күтәреү хоҡуғы “Восход-СТ” агропредприятиеһының баш механигы Валерий Сәфәрғәлиевҡа, “Урожай” хужалығы механизаторы Винер Ғиззәтуллинға һәм Ленин исемендәге колхоз малсыһы Рәйес Исламғоловҡа бирелде.

Һабантуй асыҡ тип иғлан ителгәс, сәхнә түренә БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Әмир Ишемғолов, район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов саҡырыла. Төп доклад менән Фәнзил Сыңғыҙов сығыш яһаны.

- Һеҙҙең барығыҙҙы ла Һабантуй байрамы менән ихлас ҡотларға, ныҡлы сәләмәтлек, ҙур уңыштар, ярыш-бәйгеләрҙә сағыу еңеүҙәр, күңелле ял теләйем, - тине һәм районда башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһаны.

- Бөгөн Ғафури ерендә барыбыҙ ҙа көтөп алған Һабантуй байрамы. Яҙғы баҫыу эштәре тамамланғас, һабан батырҙарына, ер кешеһенә дан йырлау йолаһы бар һәм беҙ бөгөн ошо байрамға йыйылғанбыҙ. Яҙғы баҫыу эштәре тамамланыу һәм Һабантуй байрамы менән район халҡын һәм ҡунаҡтарҙы ихлас ҡотлайым. Һабантуйҙа ғәҙәттә башҡарылған эштәрҙе барлайбыҙ. Һауа шарттарының көйһөҙлөгөнә ҡарамаҫтан, быйылғы яҙғы сәсеүҙе атҡарып сыҡтыҡ. Районда яҙғы культуралар 24 мең гектарҙа, шәкәр сөгөлдөрө 2060 га сәселде. 440 гектарҙа ужым культуралары бар. Йылдың-йылы сәсеү майҙандары арта. “Сатурн”, “Восход-СТ”, “Урожай”, “Мөьминов Р.В”, “Тахтаров Г.М.” хужалыҡтары был йәһәттән алдынғылар рәтендә. Сәсеү тамамланһа ла баҫыуҙарҙа эш дауам итә, хужалыҡтарҙа химик утау, пар ерҙәрен эшкәртеү бара. Малсылыҡта ла планлы эштәр алып барыла. “Урожай”, Ленин исемендәге колхоз, “Агролэнд”, “Алиян”, “Ғафаров”, “Рәжәпов” крәҫтиән-фермер хужалыҡтары маҡтауға лайыҡ.

Райондың фермерҙар хәрәкәте үҫешенә тәжрибәле фермерҙар Р.Ғ.Ғафаров, В.В.Смирнов, Р.Ғ.Мырҙағолов һәм башҡа күптәр тос өлөш индерә. Беҙҙең төп байлығыбыҙ – райондың хеҙмәт һөйөүсән халҡы. Район иҡтисади һәм социаль өлкәне үҫтереү өсөн киң мөмкинлектәргә эйә. Бөгөнгө байрам барыбыҙҙы ла берләштерҙе. Һеҙҙе бай йөкмәткеле яңы байрам программаһы: “Ылаҡ” халыҡ уйыны, авиашоу, “Мәргән уҡсы”, “Таш ырғытыу” һ.б. көтә. Барығыҙҙы ла байрам менән ҡотлайым, - тине Фәнзил Фәйез улы. Артабан яҙғы баҫыу эштәре һөҙөмтәләре буйынса беренселекте алған “Восход-СТ” агрохужалығын (Руслан Зәки улы Бакиров), икенсе урындағы “Р.В.Мөьминов” КФХ-һын (Риф Вәкил улы Мөьминов), өсөнсө урындағы “Урожай” хужалығын (Нәжип Мәжит улы Хисаметдинов) бүләкләне. Шулай уҡ “Ғафури районының иң матур йорто” конкурсы еңеүселәренә: 1-се урын - Табын ауылынан Таңсулпан Ғәлиәхмәтова, 2-се урын Ҡарағайҙан Фаил Байшөгөров, 3-сө урын өсөн Красноусолдан Тәслимә Хәсәноваға Диплом һәм иҫтәлекле бүләк тапшырылды.

Артабан һүҙ Рөстәм Ишмөхәмәтовҡа бирелде. Ул район халҡына республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Фәрит улы Хәбировтың тәбрикләү һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Ауыл хужалығы эшсәндәрен байрам менән ҡотланы, уңыштар теләне һәм бер төркөм алдынғыларҙы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Маҡтау грамоталары менән бүләкләне. Әмир Ишемғолов та байрам менән тәбрикләгәндән һуң, Ауыл хужалығы министрлығының Маҡтау грамоталарын тапшырҙы.

“Табын” яҡташтар йәмғиәте рәйесе Рәйлә Урманшина ла район халҡын байрам менән ҡотланы, Өфөлә уҡыусы 2 студентты Рәхмәт хаты менән бүләкләне.

Һабантуйҙың рәсми өлөшө тамамланыу менән сәхнә түре мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә бирелде. Халыҡ уйындарында йәше лә, ҡарты ла ҡатнашты. Тирмәләр алдында ла халыҡ күп булды. Ғафури мәғлүмәт үҙәге иһә сатыр ҡороп “Табын” һәм “Звезда” гәзиттәренә яҙылыуҙы ойошторҙо. Халыҡ ысын мәғәнәһендә күңел асты, ял итте, туғандары, яҡындары менән аралашты.


Читайте нас: