Район Һабантуйына йылдағыса күренекле яҡташтарыбыҙ, абруйлы ҡунаҡтар саҡырылған ине. Уларҙы һәр ваҡыттағыса ололоҡлап, икмәк-тоҙ, сәк-сәк һәм ҡымыҙ менән ҡаршы алдылар. Район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов оҙатыуында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, депутат Рөстәм Ишмөхәмәтов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Умартасылыҡ һәм апитерапия башҡорт ғилми-тикшеренеү үҙәге генераль директоры Әмир Ишемғолов һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтарға башҡорт, рус, татар, сыуаш халыҡтары йолалары күрһәтелде.