+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июнь 2019, 13:04

Милли көрәш – байрам йәме

Милли көрәш һабантуйҙың төп йәме булып тора. Шуға ла һәр ваҡыттағыса көрәш барған майҙанға яҡын барырлыҡ та түгел, тамашасылар бында ла уғата күп. Әммә быйыл бил һынашыусыларҙы бигүк күп булды тип әйтеп булмай. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, көрәш бик сәмле һәм мауыҡтырғыс барҙы.

Барлығы дүрт ауырлыҡ үлсәмендә көс һынашты һабантуй батырҙары. Билдәре ныҡ, көстәре ташып торған ир-егеттәр иң ҙур бүләк – тәкәне елкәләренә һалыу һәм, әлбиттә, “Һабантуй батыры” булып танылыу өсөн бар ғәйрәтен, таһыллығын һалып көрәште.

Ниһайәт, бәйге тамамланып, еңеүселәрҙең исемдәре аталды. 60 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә Сәйетбаба ауылы көрәшсеһе Эмиль Юлбарисов еңеп сыҡты һәм тәкә хужаһы булды. Ҡауарҙынан Рөстәм Исхаҡов 2-се урынға лайыҡ булды. Рәзил Хөбөтдиновҡа 3-сө урын бирелде. 70 кг-ға тиклемгеләр араһында Уҫмандан Фируз Фәхриев тәкәгә эйә булды. Красноусолдан Урал Ибәтуллин (былтырғы абсолют еңеүсе) - 2-се, Рушан Шәрипов - 3-сө урында. 80 килограмм ауырлыҡ үлсәмендә милли көрәш бәйгеләрендә, һабантуйҙарҙа еңеп, елкәһенә күп тапҡырҙар тәкә һалған билдәле көрәшсе Салауат Ибәтуллин (Красноусол) быйылғыһында ла еңеүгә ирешеп, йәнә тәкәле булды. Ҡауарҙынан Азат Үтәгәнов – 2-се, Красноусолдан Айназ Игелеков 3-сө урын яуланы. Иң ауырҙар – 80 килограмдан ашыу ауырлыҡ үлсәмендә Красноусолдан Анатолий Маркисов еңеүсе тип табылды һәм бер тәкәне елкәһенә һалды. Сәйетбаба ауылы көрәшселәре – Илгиз Ғәзизов ике йыл рәттән тәкәле булғайны, быйыл уға 2-се урын менән сикләнергә тура килһә, Миңнулла Фәттәхов (көрәш “аҡһаҡалы”, иҫәпһеҙ-һанһыҙ тәкәне елкәһенә һалған) 3-сө урынға лайыҡ булды. Анатолий Маркисов "Һабантуй батыры" булып танылды һәм Һабантуй флагын төшөрөү ҙә тап уның өлөшөнә төштө.

Елкәләренә тәкә һалған, ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ булған көрәшселәр ҙә, тамашасылар ҙа, көйәрмәндәр ҙә көрәш майҙанынан ҡәнәғәт булып таралышты.


Читайте нас: