+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июнь 2019, 11:58

Оҫталарға бай Ғафури ере

Ҡунаҡтар Балалар ижады үҙәге тәрбиәләнеүселәре ҡул эштәренең бай күргәҙмәләрен, сағыу сығыштарын ҡарағандан һуң Баллы ихатаға юлланды. Бында уларҙы Ҡаранйылға ауылынан оҫта умартасы Марс Ғәзизов ҡаршы алып, яңы бал уңышынан ауыҙ иттерҙе, үҙенең шөғөлө менән таныштырҙы.

Артабан ҡунаҡтар буҙа эшләү оҫтаханаһында булып, Красноусол ағинәйҙәр йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы Гөлшат Вәлиеваның буҙа әҙерләүен ҡараны, шифалы эсемлектән ауыҙ итте. Ҡымыҙ эшләү серҙәре менән Яңы Бурлы ауылынан Эльза һәм Риф Мырҙағоловтар бүлеште. Хужабикә шунда уҡ бәйле торған бейәне һауып, батманға ҡойҙо, ҡымыҙ эшләү тәртибен бәйән итте. Оҫтаханаларҙың тағы ла береһе – күмер өҫтөндә ҡоймаҡ бешереү тәртибен “ШЭ Фомин” предприятиеһы уңғандары һөйләп, күрһәтеп бирҙе. Яңы ғына бешкән ҡоймаҡ менән һыйланып, ҡунаҡтар Сәй ихатаһына күсте. Бында улар Сәйетбаба, Имәндәш, Еҙем-Ҡаран, Үтәк, Бурлы, Мораҡ, Аҡкүл, Табын, Ташлы ауыл биләмәләре оҫтабикәләре әҙерләгән һәр төрлө үлән сәйҙәре, ҡайнатмалар менән һыйланды, “Еҙем” тәбиғәт паркы тирмәһе менән дә танышты.


Читайте нас: