Хужалыҡ эштәрендә ҡулланыу өсөн эшләнгән техникалар ауыл ерендә бик кәрәкле әйбер. Бурлы ауылынан Фәрүәз Ғибаҙуллиндың техникаһы бөтә эштәрҙә лә ҡулланылып, ат, машина, мотоцикл, велосипедты ла алыштыра ала. Сәйетбабанан Рифат Баймөхәмәтовтың ҡулайламаһы бәрәңге үҫтереү өсөн уңайлы. Имәндәштән Альберт Ишемйәров ер эшкәртеү өсөн трактор яһаһа, Табындан Анатолий Швецов үҙе иретеп-йәбештереп бәләкәй “Беларусь” ҡороп алған. Киләсәктә үҙебеҙҙә самолет яһаусылар ҙа булмаҫ тимә. Теләк, дәрт, тырышлыҡ булғанда барыһын да эшләп була икән.