+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июнь 2019, 13:32

Тирмәләр йәйләүендә

Һабантуй яланының иң үрендә урман ситләтеп ауыл биләмәләре ҡорған тирмәләр байрам биҙәге булып торҙо. Улар һәр береһе үҙ ауылына хас йола, шөғөл, оҫталыҡтарын үҙ тирмәһендә сағылдырып, байрамға килеүселәргә күрһәтте.

Иң беренсе булып Красноусол ауыл биләмәһенең бай тирмәһе, уға күрше булып сағыу аҫалы балаҫтар менән биҙәлгән Сәйетбабаның тарихи-мәҙәни үҙәге менән берлектәге тирмәһе ҡуйылғайны. Табын ауыл биләмәһенең шәхси эшҡыуарҙары Тахтаров, И.С.Ишбулатов етештергән игенселек продукциялары, О.А.Зиминдың ҡул эштәре үҙҙәренең ауыл эшсәндәре - ер кешеләре икәнен күрһәтеп торҙо. Бельский ауыл биләмәһе тирмәһенә кереүселәр данлыҡлы ҡортсо Р.Х.Мөлөковтың татлы балынан, фермер А.Б.Маннановтың кәзә ҡымыҙынан ауыҙ итте. Мораҡ, Имәндәш, Аҡкүлдәрҙең тирмәһе лә үҙенсәлекле, урап сыҡҡыһыҙ ине. Ә инде М.Ғафуриҙың тыуған ауылы Еҙем-Ҡарандар тирмәһенән рухи күтәренкелек алдылар. Үтәк, Ҡауарҙы, Буруновка, ташлылар һый-ниғмәттәре менән аптыратһа, толпарҙарҙың мышы мөгөҙҙәрен һәр кем тотоп ҡарап, тәбиғәт мөғжизәһенә һоҡланды. Бурлы, Ташбүкән, яңғыҙҡайындар ҙа үҙ тирмәләрен фантазияларын һалып биҙәп, аш-һыуын да, ҡул эштәренең дә төрлөһөн ҡуйған ине. Жюри ағзалары тирмәләрҙе ҡарап сыҡҡас, 1-се урынды Сәйетбаба, 2-се урынды Бельский, 3-сө урынды Красноусол ауыл биләмәләренә бирҙе.

Сәхнәнең икенсе яғында сатыр-ҡыуыштар ҡороп, төрлө оҫталыҡ дәрестәре: төрлө үлән сәйҙәре (С.Тимофеев, Ҡыҙыл Ялан), йылы ҡоймаҡты йәнең теләгән ҡайнатмалар менән ауыҙ итеү, татлы самауыр сәйе эсеү, буҙа эшләү (Красноусол ағинәйҙәре), сәскә, йүкә балын тәмләп ҡарау һәм эш ҡоралдары менән танышыу (М.Ғәзизов, О.Берлина), һүрәт төшөрөү (Балалар ижады үҙәге) күргәҙмәһенән һәр кем үҙенә кәрәген ауыҙ ҙа итте, отоп ҡалырға ла тырышты.

Ошондай ғорурланырлыҡ уңғандарыбыҙға, уларҙың эштәренә нисек һоҡланмайһың инде!
Читайте нас: