-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Июнь 2019, 13:36

“Ылаҡ” ҡараны халыҡ

Быйылғы Һабантуйҙа яңы бәйге – күскенселәрҙең“Ылаҡ” милли уйыны бик күп тамашасыны йыйҙы. Боронғо төрки халыҡтары ярышының бер нисә быуатлыҡ тарихы бар.

Махсус рәүештә ошо уйын өсөн уратып алынған майҙанда Имәндәш ауыл биләмәһе һәм “Урожай” крәҫтиән хужалығы командалары (6-шар һыбайлы) бәйге тотто. Арбитр һыҙғыртып ебәреү менән һыбайлылар бер-береһенән кәзә түшкәһен (ылаҡ) тартып алып, уны сит команда “ҡаҙан”ына ырғытыр өсөн алыша башланы. Уйын бик ҡыҙыу барҙы. Һөҙөмтәлә, имәндәштәр еңеү яуланы. Киләһе Һабантуйға был ҡыҙыҡлы уйында ҡатнашыусылар күберәк булыр, тип ышанабыҙ.


Читайте нас: