Төрлө йәштәге 45 ҡатнашыусы үҙ ауырлыҡ категорияһында көс һынашты. Еңеүселәргә район хакимиәте, шәхси эшҡыуар Эльмир Мөхәмәтйәнов, “Граница” Сик һағы ветерандары төбәк йәмәғәт ойошмаһы әҙерләгән бүләктәр тапшырылды. Ярышта Стәрлетамаҡ ҡалаһынан килгән “Батыр” алыш клубының баш тренеры Руслан Йәнбирҙин судья булды. Көрәшселәр тәмле төшкө аш менән һыйлағандары өсөн “ШЭ Фомин” предприятиеһына рәхмәт һүҙҙәре еткерә.