-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Июнь 2019, 12:13

Етеҙлек, оҫталыҡ, таһыллыҡ һынала бында

Ниндәй һабантуй спорт сараларынан, милли халыҡ уйындарынан тыш үтһен инде! Быйыл да һәр йылдағыса бәйгеләр еренә еткереп ойошторолғайны. Ҡыҙыҡлы халыҡ уйындары уҙғарылған майҙансыҡтар ҡорт күсен хәтерләтеп, гөжләп торҙо. Берәүҙәр уларҙа үҙе ҡатнашты, бәғзеләр бәйгеләр барышын ситтән генә тамаша ҡылды, икенселәр таныш-белештәрен, яҡындарын еңеүгә дәртләндереп торҙо.

Ҡыҙыҡлы ярыштарҙа балаларын ҡатнашырға өгөтләгән ололар ҡыҙығып китеп үҙҙәре лә көйәнтәләп һыу ташыу, тоҡ кейеп, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү кеүек бәйгеләргә ҡушылып киткәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалды. Бер урында йәш-елкенсәк, бала-саға бүрәнә өҫтөндә тоҡ менән бер-береһен бәреп төшөрөргә маташып һуғыша, арыраҡ көршәк ватыу, таш ырғытыу, “мәргән уҡсы”, футгольф уйындары бара. Күҙ бәйләп бүләк ҡырҡып алған урында оҙон сират хасил булған, хатта. Был уйындарҙың барыһы ла балалар һәм ололар өсөн дә бик ҡыҙыҡлы тамашаға әүерелде. Ауыш ҡолғанан буйлауға балалар менән бер рәттән өлкәндәр ҙә сиратҡа теҙелһә лә, бик һирәктәр генә уның осона барып етеү бәхетенә иреште.

Әллә ҡайҙан күренеп, осондағы затлы бүләктәре менән байрамға килеүселәрҙе үҙ янына саҡырып торған һырғауылға үрмәләп, күңелдәренә оҡшаған бүләкте алып төшөргә йөрьәт итеүселәр ҙә бик күп ине.

Шулай уҡ спорт ярыштары төрҙәренең ниндәйе генә юҡ ине һабантуйҙа. Теләгәндәр гер күтәрҙе, ҡул көрәштерҙе, йүгерҙе, оҙонлоҡҡа һикерҙе, көрәште, арҡан тартышты, мини-футбол, волейбол, шахмат уйындары ла күптәрҙе үҙенә ылыҡтырҙы.

Шахмат турнирында дүрт тиҫтәнән ашыу шахматсы зирәклектә көс һынашып, ир-егеттәр араһындағы бәйге ҡауарҙыларҙың еңеүе менән тамамланды. Билдәле шахматсылар араһында урындар түбәндәгесә билдәләнде: аталы-уллы Сабир менән Айҙар Исхаҡовтарға – 1-2-се, Рәйес Абдуллинға 3-сө урын. Ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы ярышта Красноусолдан Наталья Брыкалова еңеүсе булһа, Ләйсән Мәүлетова 2-се урын яуланы. Мини-футболда иһә 16 команда сәмләнешеп, үҙ-ара ярышты.
Читайте нас: