+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Июнь 2019, 12:09

Күктәге тамаша

Һабантуйға килеүселәр уйындар уйнап, концерт ҡарап, тирмәләр буйлап йөрөп алғас, күктә бөркөт һынын сағылдырып пәйҙә булған Башҡортостандың парашютсылар әҙерләү уҡытыу-методик үҙәгенең “Ан-2” самолеттарына ҡарап шаҡ ҡатты.

Өс самолет һабантуй яланы өҫтөнән төрлө күренештәр яһап осоп барыһының ҡарашын күккә төбәтте. Ә инде дүртенсеһенән иң тәүҙә өс парашютсының (парашютта 4500 тапҡыр һикергән Олег Дрягин, Юрий Косенков - 4500, Наталья Пономарева - 550), һуңынан тағы икәү (Николай Муравьев, Александр Леонтьев, 3000 тапҡыр һикергән) һәм Рәсәй (600 тапҡыр һикергән Радик Рамазанов), Башҡортостан (Илдар Карамов, 300 тапҡыр), “Первушино” авиация үҙәге (Илдус Шәрәфетдинов, 3000 тапҡыр) флагтарын тотҡан парашютсыларҙың һабантуй яланына төшөүе һоҡланғыс тамаша булды. Балалар был күренешкә айырыуса хайран ҡалып, икеләтә шатлыҡлы тойғо кисерҙе, парашютсылар менән фотоға төшөп кинәнде.
Читайте нас: