+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Июнь 2019, 12:06

Кырандастар парады

Ауыл биләмәлә-ренең боронғоса кырандастар егелгән аттарҙы сылбыр кеүек теҙеп, парадта ҡатнашыуы һабантуйға тағы ла бер тамаша өҫтәне. Аттары, кырандас-тары, биҙәлештәре лә ҡарап туйғыһыҙ ине. Алып барыусылар сәхнә тапҡырынан үтеүсе аттарҙың ҡайһы биләмәнеке икәнен таныштыра барҙы.

Иң беренсе Салауат Юлаевты һынландырған һыбайлы, уның артынса Сәйетбаба ауыл биләмәһенең гармунсыларға ҡушылып йыр һуҙып килгән кешеләре, арттарынан Буруновка биләмәһенең һабан тейәгән арбаһы. Уларҙан саҡ ҡына артта бурлыларҙың һөт һалынған феләктәр тейәп килгән кырандасы. Ташлылар “Икмәк булһа, йыр була” тигән теманы кәүҙәләндергән. Яҡшы атта килгән еҙемҡарандар боронғо кырандаста елеп үтһә, ҡауарҙылар үҙҙәренең кырандастарын шахмат фигуралары менән биҙәгән. Уҡлыҡая менән дан тотҡан имәндәштәр уҡ тотҡан егетте ултыртып алған. Табындар икмәк тотоп елеп үтһә, Бельский ауыл биләмәһе үҙҙәрендә урынлашҡан “Страустар илен” һынландырған. Толпарҙарҙың кырандасын тәбиғәт күренештәре биҙәһә, аҡкүлдәр игенсене кәүҙәләндергән. Яңғыҙҡайындар тарихҡа таянып биҙәһә, үтәктәр ҡортсо кырандасын эшләгән. Театр йылы булараҡ В.Шекспирҙың Ромео һәм Джульеттаһын мораҡтар үҙ кырандасына алған. Шат йылмайған балалар ултыртып алған ташбүкәндәрҙең кырандасы ла ҡыҙыҡлы ине. Килен төшөрөү күренешен сағылдырған

Красноусол ауыл биләмәһенең кырандастарын да тамаша ҡылыусылар фотоға төшөрөп, күреп ҡалырға тырышты.

Ауыл биләмәләренең ижади эшләүҙәрен, үҙ эштәрен ошо кырандастар парады аша асып бирә алыуҙарын хупларға ғына ҡала.


Читайте нас: