-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Июнь 2019, 11:54

Йырлап-бейеп күңел астыҡ

Байрамда халҡыбыҙҙың йыр-моңға маһирлығы, бейеүгә оҫталығы ла асыҡ сағылды. Көнө буйы сәхнә янынан халыҡ ағымы кәмемәне. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, һәүәҫкәр артистар байрамға килеүселәргә күтәренке кәйеф өҫтәп, үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтте.

Таж кейгән ҡыҙҙар шоуы айырыу-са күҙҙең яуын алырлыҡ булды. Аҡҡош кеүек ап-аҡтан кейенгән ҡыҙҙар композиция яһап 100 һанын сағылдырҙы.

Концерт район мәҙәниәт һарайының вокаль ансамбле (Р.Хәбибуллина, Э.Насирова, Х.Нәзиров, Ф.Ғәлин) башҡарыуындағы “Һабантуй” йыры менән башланып китте. Шулай уҡ “Мағаш” халыҡ ҡурайсылар ансамбленең (етәксеһе Р.Ҡотдосов),”Айгүзәл” (А.Буранова), “Эксклюзив” (О.Кирдеева, Э.Хөснөтдинова) бейеү коллективтарының бай сығыштары менән үрелеп барҙы.

Республика һәм халыҡ-ара йыр бәйгеләре лауреаты, артист-пародист, һабантуй ҡунағы – Илсур Тайсиндың йырҙары ла байрамды биҙәне. Сәйетбаба мәҙәниәт йортоноң “Асанай” халыҡ фольклор ансамбле (етәксеһе Г.Байбулдина) “Хан ҡыҙы” фольклор күренешен, “Мырҙаҡай” бейеү ансамбле “Тыпырҙыҡ бейеүен” күрһәтте. Ҡадир Ишбулдиндың “Яйыҡ буйы”, Ф.Ғәлин менән Х.Нәзировтың “Һағындым ауылымды”, А.Хәбибуллина, Е.Симанович, Л.Муллагилдина триоһы башҡарыуындағы йырҙар һабантуй яланын яңғыратты. Табын ауыл мәҙәниәт йортоноң казактар хоры (етәкселәре Н.Хәбибуллина), Мораҡтың сыуаш ҡыҙҙар ансамбле, үтәктәрҙең татар вокаль ансамбленең “Ауыл көйҙәре”, “Землячки” (етәкселәре Е.Рябова) ветерандар хорының, “Хазина” фольклор коллективының сығыштары ла һәр кемдең күңеленә хуш килде. Концерт район мәҙәниәт һарайының “Уҡлыҡая” ирҙәр халыҡ йыр ансамбленең “Һабантуй йыры” менән тамамланды.

Сығыштар күмәк номерҙарҙың күплеге һәм төрлөлөгө менән бай булды. Һабантуй байрамын йәмләп, күңелдәрҙе күтәргән сығыштарҙы ҡарағандан һуң жюри ағзалары 1-се урынды Еҙем-Ҡаран ауыл мәҙәниәт йортона, 2-се урынды Мораҡ ауыл клубына, 3-сө урынды Бурлы ауыл мәҙәниәт йортона бирҙе. Һабантуйҙа олоһо ла, кесеһе лә рәхәтләнеп күңел асты, рухи көс тупланы.


Читайте нас: