-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Июнь 2019, 12:00

Бер изгелек мең бәләнән ҡотҡара...

Социаль хеҙмәткәрҙәр үҙҙәренә тәғәйен кешеләрҙе ҡарауҙан тыш, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙемдәр, ҡыҫҡаһы, ауыл ерендә иң кәрәкле, яуаплы кешеләр булып тора. Улар ваҡыт, эш менән дә иҫәпләшмәй. Шуға ла был эштә кеше менән уртаҡ тел таба, олоно оло, кесене кесе итеп күрә белеү мөһим.Байрам уңайынан уларҙың эше, хеҙмәтләндергән ололарҙың йәшәйеше менән танышыу, фекерҙәрен тыңлау маҡсатында “Изгелек шишмәһе” етәксеһе Розалия Фәрит ҡыҙы Рахманғолова менән Бельский ауыл биләмәһенә юлландыҡ.

Ҡотлоғужа ауылынан Айгөл Әхмәтшина 15 кешене хеҙмәтләндерә. Уның эшенән етәкселек тә, ололар ҙа ҡәнәғәт. Айгөл Венер ҡыҙының әсәһе ғүмер буйы ауылда фельдшер-акушерлыҡ пунктында шәфҡәт туташы, атаһы колхозда шофер булып намыҫлы эшләгән кешеләр. Шуғалыр ҙа ҡыҙҙары ла кеше менән бер төптән, уларға ярҙам итеп йәшәүҙе төп шарт итеп, эшенә яуаплы ҡарай. 14 йәшлек игеҙәк улдары – Айнур менән Айҙар 7-се класты тамамлағандар. Улар ҙа Айгөлдөң төп таянысы, кәрәк саҡта күмәкләп тә ярҙам итәләр.

- Беҙ үҙебеҙҙең хеҙмәткәрҙән уңдыҡ. Колхозда, 11 йыл балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләнем. Тормош иптәшемдең вафатына ноябрҙә 2 йыл була. Балалар Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәйҙәр. Эргәлә яуаплы кеше булғас, балаларға ла тыныс. Мин телефонды алмаһам, уға шылтыраталар. Үҙем артыҡ йөрөй алмайым, аяҡтар ауырта, бөтә йомош-юл уға төшә. Нимә ҡушам шуны эшләй, кисә ҡыяр ҙа ултыртып алдыҡ. Сәй эсеп, һөйләшеп китһә лә рәхәт, - ти Рәйсә Сәфәрғәлиева.

Эйе, уйға сумып, күңел төшөнкөлөгөнә бирелгән саҡтары ла була яңғыҙ йәшәгән оло кешенең. Ошо саҡта серләшеп, күңелдәрен күтәрһәң дә үҙе бер дауа бит. “Күршеләр ҙә көнләшеп ҡуя хатта. Ҡасан саҡырһаң да йүгереп килә һалып етә. Айгөлгә ҙур рәхмәт инде ул”, - ти 79 йәшлек Мәсғүрә Мөлөкова ла.

Игенйылға ауылынан Зөлфиә Ниғәмәтуллина 15 оло кешене, 2 баланы хеҙмәтләндерә. Иң олоһона 90 йәш булһа, балалар 3 йәшкә тиклемгеләр. Ул был эштә хәҙер 8 йылдан артыҡ эшләй. Үҙ эшен яратып, намыҫ менән башҡара. Беҙ килгәндә лә ул Фәниә Кәлимуллина апай менән помидор үҫентеләре ултыртып йөрөйҙәр ине. Ул да үҙ хеҙмәткәренән ҡәнәғәт, рәхмәтле, шат булыуын белдерҙе.

Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡара, тигәндәй, көн дә рәхмәт һүҙҙәре ишетеп, үҙеңдең кемгәлер кәрәклегеңде тойоп, кеше менән уртаҡ тел таба белеп йәшәгән бындай хеҙмәткәрҙәр булыуына һөйөнөргә генә ҡала.


Читайте нас: