+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Июнь 2019, 12:11

Күңелле, файҙалы каникул һеҙгә, балалар!

Районда балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең йәйге ялын ойоштороуға, һаулығын нығытыуға һәм теләге булғандарҙы йәйге каникул осоронда эш менән тәьмин итеүгә ҙур иғтибар бирелә. Балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең йәйге ялы күңелле генә түгел, ә файҙалы ла уҙһын өсөн район хакимиәте алдан уҡ ойоштороу мәсьәләләрен хәстәрләне. Ошолар хаҡында район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтова һөйләй:

-Йылдағыса районыбыҙҙа балаларҙың, үҫмерҙәрҙең йәйге ялын ойоштороу, сәләмәтлеген нығытыу кампанияһына ҙур иғтибар бирелә. Ошо маҡсатҡа районға республика бюджетынан 7 миллион 600 мең һумдан ашыу аҡса бүленә. Күпселек балаларҙың төп ял итеү урыны булған “Имәнкәй” һәм “Ҡояшлы” ял-һауыҡтырыу, спорт-туристик лагерҙары быйыл 273 баланы ҡабул итеп аласаҡ. “Имәнкәй” лагерында ял 1 июндә башланды ла инде. Ә “Ҡояшлы”ла ял миҙгеле 14 июндә асыла. Әммә райондағы бөтә балаларҙы ла лагерҙа ял иттереү мөмкин түгел. Башҡа балаларҙы урамда ҡалдырмау, буш ваҡыттарын файҙалы үткәреүҙе тәьмин итеүгә мәктәптәр янындағы көндөҙгө ял лагерҙары ярҙамға килә. Быйыл бындай лагерҙар 26 мәктәп базаһында ойошторолоп, 1072 бала йөрөйәсәк. 3 июндән ял лагерҙары үҙ эшен башланы, уларҙа 7-14 йәшкә тиклемге балалар 21 көн буйына рәхәтләнеп ял итәсәк, төрлө сараларҙа ҡатнашасаҡ.

Мөмкин тиклем күберәк балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе ялдың төрлө формаларына йәлеп итеү өсөн профилле лагерҙар ойошторола. Балалар ижады үҙәге базаһында 24 июндән 30-ына тиклем туристик-тыуған яҡты өйрәнеү экологик профилле лагеры эшләйәсәк. Унда 30 баланы - төрлө конкурс, олимпиада еңеүселәрен, шул иҫәптән ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләрҙән балаларҙы йәлеп итеү планлаштырыла. Лагерҙа ял итеүселәр туристик походҡа барасаҡ, экологик акцияларҙа һәм башҡа сараларҙа ҡатнашасаҡ.

Район хакимиәтенең йәштәр, социаль сәйәсәт, физкультура һәм спорт секторы айырым категорияға ҡараған, 30 үҫмерҙе йәлеп итеп, “Патриот” хәрби-патриотик профилле лагеры ойоштора. Улар “Ҡояшлы” лагеры базаһында 7 көн ял итәсәк. Бынан тыш, ауыр тормош хәлендә ҡалған, социаль хәүеф төркөмөнә ингән 60 бала өсөн бер көнлөк 3 поход үткәреү күҙаллана.

Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе үҙ тәрбиәләнеүселәре (40 бала) менән кәмәләрҙә йылға буйлап ағып төшөү походтарына барыуҙы планлаштыра.

Йылдағыса традицияны дауам итеп, урам майҙансыҡтарында “Беҙҙең урам командаһы” һәм “Бала саҡ йәйғоро” программа-проекты тормошҡа ашырыласаҡ.

Ялды хеҙмәт менән бергә бәйләп алып барыу өсөн мәктәп яны участкаларында өлкәнерәк йәштәге үҫмерҙәр файҙалы эш менән шөғөлләнәсәк. Быйыл был лагерҙар 3 июндән 9-ына тиклем Бурлы һәм Яңғыҙҡайын мәктәптәре базаһында ойошторола.

Шулай уҡ үҫмерҙәрҙе (барыһын да түгел) ваҡытлыса эшкә урынлаштырыу мөмкинлеге лә бар. Был йәһәттән быйыл, шул иҫәптән йәйгеһен Мәшғүллек үҙәге менән берлектә 100-ҙән ашыу үҫмер миҙгелле эш менән тәьмин ителәсәк. Яҙғы каникулдар мәлендә 65 бала был эшкә йәлеп ителгән дә инде. Улар мәктәп яны участкаларында эшләгән, биләмәләрҙе таҙартҡан.

Шулай итеп, балаларҙың йәйге ялын ойоштороу беҙҙең иғтибар үҙәгендә. Беҙҙең өсөн каникулдар мәлендә уҡыусыларҙың ял итеп, һаулыҡтарын нығытып ҡына ҡалмай, ә ваҡыттарын файҙалы, мауыҡтырғыс, иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәреүе мөһим. Бының өсөн бар шарттар ҙа булдырылған, ҡояшлы көндәрҙең күберәк булыуын ғына теләргә ҡала.


Читайте нас: