Мосолмандар иман йорттарына барып ғибәҙәт ҡылды, теләктәр теләне, таныштары, дуҫтары менән осрашыу шатлығы кисерҙе. Был изге байрам уларҙы тағы ла нығыраҡ берләштерҙе. Ураҙа ғәйете Красноусол мәсетендә лә матур, ойошҡан үтте. Килеүселәрҙе Илһам хәҙрәт байрам менән ҡотланы, вәғәз уҡыны. Һуңынан мосолмандар Ғәйет намаҙына баҫты. Байрам һуңында улар боҫрап торған былау, башҡа ризыҡтарҙан ауыҙ итте.