+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Июнь 2019, 12:50

Рәхмәт һүҙе – хеҙмәттәренә иң оло баһа

Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү – дәүләттең төп функцияларының береһе. Рәсәй Федерацияһы Президентының 2000 йылдың 27 октябрендәге Указы менән 8 июнь – Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө тип билдәләнә башланы. Был ошо һөнәрҙең ни тиклем мөһим, кәрәкле икәнен раҫлай. Районыбыҙҙа “Изгелек шишмәһе” автономлы коммерция булмаған халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге үҙ эшмәкәрлеген алып бара. Һөнәри байрамдары уңайынан социаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе был ойошма директоры Розалия Фәрит ҡыҙы РАХМАНҒОЛОВАға мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға:

-Беҙҙең районда халыҡты социаль хеҙмәтләндереү хеҙмәттәре баҙарында “Изгелек шишмәһе” автономлы коммерция булмаған үҙәге 2015 йылдың 1 июленән эшмәкәрлек алып бара. Үҙәк өйҙә социаль ярҙам күрһәтеү буйынса ике бүлексәнән тора. 2019 йыл башынан Архангел районы биләмәһендә лә халыҡҡа өйҙә социаль ярҙам күрһәтеү хеҙмәттәрен (115 гражданға социаль хеҙмәт күрһәтелә) беҙҙең Үҙәк башҡара. Социаль хеҙмәттәр нигеҙҙә мөмкинлектәре сикләнгән, һаулығы ҡаҡшаған, йәки үҙ-үҙен хеҙмәтләндерә алмаған граждандарға күрһәтелә. Уларҙың теләге буйынса өҫтәлмә хеҙмәттәр ҙә бар.

2018 йылда 671 кешегә өйҙә социаль ярҙам күрһәтелде. Йыл буйына социаль хеҙмәтләндереүгә 78 кеше ҡабул ителде. 72 кеше (үлем, туғандарына күсенеү, үҙ теләге буйынса) социаль хеҙмәттәр күрһәтеү иҫәбенән төшөрөлдө. Бүлексәлә өлкән йәштәге граждандар һәм инвалидтарҙан тыш, инвалид балаһы булған, ике йәки унан күберәк бәлиғ булмаған мәктәпкәсә йәштәге балалары булған күп балалы ғаиләләр социаль хеҙмәттәр алыусылар булып тора. 2018 йылда инвалид балаһы булған ике ғаиләгә һәм 3 йәшкә тиклемге 19 балаға социаль хеҙмәттәр күрһәтелде. Былтыр йыл буйына барлығы 245754 хеҙмәт күрһәтелһә, шуның 167288-е – социаль-көнкүреш, 27427-һе – социаль-медицина, 51039-ы – социаль-психологик.

Өйҙә социаль хеҙмәтләндереү бүлексәһендә 39 социаль хеҙмәткәр эшләй. Беҙ, йәғни үҙәк етәкселеге хеҙмәткәрҙәрҙең хеҙмәттәрҙе сифатлы итеп күрһәтеүҙәренә өлгәшеү өсөн квалификацияларын күтәреүгә ҙур иғтибар бирәбеҙ. Социаль хеҙмәткәрҙәр йыл һайын белемдәрен камиллаштырыу курстарын үтәләр һәм улар һөҙөмтәһендә һәр береһенә сертификат тапшырыла. 2018 йылда 38 социаль хеҙмәткәр “Беренсе ярҙам күрһәтеү” программаһы буйынса курстар үтеп, сертификат алды. Социаль хеҙмәткәр һөнәренең абруйын күтәреү йәһәтенән 2018 йылда “Иң яҡшы социаль хеҙмәткәр” район конкурсы уҙғарылды. Шулай уҡ социаль хеҙмәткәрҙәр үҙҙәренең хеҙмәтләндерелеүселәре менән төрлө түңәрәктәр һәм берлектәге саралар ойошторалар, Еңеү, Оло йәштәгеләр, Инвалидтар көндәренә акциялар уҙғаралар. Был сараларҙы сағыу папкаларға туплай баралар.

2017 йыл аҙағында “Хәрәкәт – ул йәшәү!” проекты буйынса Президент гранттары конкурсында еңеү яуланыҡ. 2018 йылда 14 социаль хеҙмәткәрҙе “скандинав йөрөшө” техникаһы буйынса уҡыттыҡ. Проект сиктәрендә скандинав таяҡтары, электрон үлсәүҙәр һәм тонометрҙар һатып алынды. Үлсәү һәм тонометрҙар скандинав йөрөшө төркөмдәре төҙөлгән, унда ҡатнашыусыларҙың кәүҙә ауырлығын һәм ҡан баҫымын үлсәү өсөн ауыл биләмәләренең фельдшер-акушерлыҡ пункттарына тапшырылды. 2018 йыл аҙағында Президент гранты “Хәрәкәт – ул йәшәү!” проектына йомғаҡ яһаныҡ. Октябрҙә район тарихында тәүгеһенән күп кеше ҡатнашлығында спорт сараһы – “Скандинав йөрөшө” фестивале үтте. Бөгөн был клубта 225 кеше шөғөлләнә. Йыл һайын уҙғарыла килгән “Иң яҡшы социаль проект” рес-публика конкурсында “Хәрәкәт – ул йәшәү!” проекты “Туризм, сәләмәт йәшәү рәүеше һәм экология өлкәһендәге иң яҡшы социаль проект” номинацияһында еңеүсе булды.

3 йыл дауамында эшләп килгән социаль бөҙрәхана ла киң билдәлелек яуланы. Ике мастер-универсал хеҙмәттәр күрһәтә. Бөҙрәхана клиенттарға хеҙмәттәрҙе сифатлы һәм үҙ ваҡытында күрһәтеү йәһәтенән барлыҡ кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Беҙҙең оҫталар, алдан яҙылыу буйынса, халыҡты урындарға барып та хеҙмәтләндерә. “Халыҡ-ара инвалидтар”, “Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау”, “Оло йәштәгеләр” көндәренә арналған сараларҙа, шулай уҡ “Социаль хеҙмәттәр йәрминкәһе” кеүек сара ваҡытында социаль бөҙрәхана инвалид балаларға һәм өлкәндәргә, пенсионерҙарға хеҙмәттәрҙе бушлай күрһәтә.

5 июндә Өфөлә Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө уңайынан тантаналы сара уҙҙы. Унда “БР-ҙың халыҡты социаль яҡлау учреждениеһының иң яҡшы хеҙмәткәре” һөнәри оҫталыҡ конкурсы еңеүселәрен дә тәбрикләнеләр. Ҡауарҙы ауыл хакимиәтенә ҡараған Һабай ауылының үҙ эшенең оҫтаһына әүерелгән социаль хеҙмәткәре Рәзилә Рәшит ҡыҙы Хәбибуллина ла был номинация-ла бүләкләнде.

Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан Үҙәктә эшләүсе барлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙе, шулай уҡ мөмкинлектәре сиклеләргә, оло йәштәгеләргә көндәлек мәшәҡәттәрен еңеләйтергә ярҙам ҡулы һуҙыусы социаль хеҙмәткәрҙәрҙе ихлас күңелдән тәбрикләйем. Уларға ныҡлы һаулыҡ һәм рухи ныҡлыҡ, именлек һәм бәхет, еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләйем. Күңел йылығыҙҙы һәм изгелектәрегеҙҙе өләшкән кешеләрҙең рәхмәт һүҙҙәре һеҙҙе ғүмер буйы оҙата йөрөһөн. Байрам менән!


Читайте нас: