-5 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Июнь 2019, 12:40

Ураҙа ғәйете мөбәрәк үтте

Красноусол шифаханаһы "Миннисара" мәсетендә үткән Ураҙа ғәйетенә быйыл да халыҡ бик күп йыйылды. Мәсеттең имамы Илдар хәҙрәт әйтеүенсә, бында Красно-усол, Курорт ауылдарынан ғына түгел, Өфө ҡалаһынан, хатта Тажикистандан, Үзбәкстандан килгән кешеләр ҙә булған.

Ғәйет намаҙы башланыр алдынан бар мосолмандар тәҡбир әйтте. Илдар хәҙрәт ҡунаҡтарҙы Ураҙа байрамы менән ҡотланы, уның әһәмиәте тураһында һөйләп үтте. Байрамға килеүселәрҙе "Красноусол" шифаханаһы директоры Фаяз Харис улы Мәжитов ҡотлап, “Аллаһы Тәғәлә ошо изге көндәрҙә ҡылған барлыҡ ғибәҙәттәребеҙҙе, изге ғәмәлдәребеҙҙе һәм доғаларыбыҙҙы ҡабул ҡылһын, барыбыҙға ла иман ныҡлығы, күңел тыныслығы, сәләмәтлек, ғаилә бәхете, файҙалы ғилем насип итһен, ил-көндәребеҙ тыныс булһын, бәлә-ҡазаларҙан һаҡлаһын, киләһе көндәрҙе һаулыҡта, шатлыҡта бергәләшеп ҡаршы алырға насип итһен”, тигән теләктәрен еткерҙе. Ҡотлауҙарҙан һуң Ғәйет намаҙы уҡылды.

Шифахана хеҙмәткәрҙәре мәсет ихатаһында мул табын әҙерләгән, йәше-ҡарты былау, йәшелсә, төрлө тәм-том, емеш-еләк менән һыйланды. Ураҙа байрамына килеүселәр күңелдәре, йөрәктәре таҙарынып, яҡты өмөттәр, иман нуры менән тулып, бер-береһенә изге теләктәр теләп, өйҙәренә таралышты.


Читайте нас: