-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Июнь 2019, 12:03

Йәнтөйәгебеҙҙе ҡайғыртып Бай, һоҡланғыс тәбиғәтле Башҡортостан ерендә тағы бер Айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе - “Еҙем” тәбиғәт паркы булдырылды

Ғафури еренең тәбиғи ҡомартҡыларын һаҡлау, яҡлау, арттырыу, артабан үҫтереү маҡсатында төҙөлгән “Еҙем” тәбиғәт паркы 36482 га ерҙе биләй.

Башҡортостан Респуб-ликаһы ҡарамағындағы был Айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһендә экологик, мәҙәни һәм рекреацион әһәмиәттәге зоналар билдәләнгән. Тәбиғәт паркы биләмәһендә тәбиғәт комплекстарына зыян килтерерлек бөтә төр эшмәкәрлек ҡәтғи тыйыла.

Һаҡлауға мохтаж тәбиғәт объекттары:

1. Үҙенең һоҡланғыс ярҙарына йылдың-йылы йылғанан ағып төшөүсе бик күп туристарҙы йәлеп иткән Еҙем йылғаһы. Тейешенсә һаҡламағанда был уникаль тәбиғәт комплексына ҙур зыян янай.

2. Йылға яры буйлап төрлө гео-логик дәүерҙәрҙең ҡатламдарын күҙәтергә мөмкинлек биргән бихисап геологик ҡырҡымдар, стратотиптар урынлашҡан.

3.Еҙем йылғаһы үҙәнендә 100 мәмерйәне берләштергән уникаль спелеорайон бар. Уға Уралдағы иң матур Киндерле мәмерйәһе лә инә. Әлеге ваҡытта уның оҙонлоғо 13 км-ҙан ашып китә! Әле мәмерйә ябыҡ, тәбиғәт паркы эшләй башлау менән ул Көнъяҡ Уралдағы иң ымһындырғыс туристик объекттар – Ирәмәл һәм Шүлгәнташ менән бер рәттән туристарҙың иң күп йөрөгән урынына әйләнер тип көтөлә. Еҙем ағымы буйынса саҡ ҡына аҫтараҡ республикалағы иң тәрән (98 м) Октябрь мәмерйәһе урынлашҡан.

4. Күҙгәнәк, Уҡлыҡая һәм Мәмбәт ҡаялары. Күҙгәнәк ҡаяһында ярҙан күренмәгән үтәнән-үтә тишек бар. Мәмбәт – Уралдағы иң бейек һәм иң оҙон амфитеатрлы ҡая. Уҡлыҡая башында борон, башҡорттар исламға күсмәгән ваҡытта, ҡорбан килтереү йолаһы, һуңынан һабантуйҙар үткәргәндәр.

5.Тәбиғәт паркы биләмәһендәге үҫемлек донъяһы 485 төрҙән тора! Шуларҙың 14-е эндемик, йәғни тик ошонда ғына осрай торған үҫемлектәр. Бында бик оло йүкә урмандарының булыуы тап Еҙем буйында юғары сифатлы ысын башҡорт балын алырға мөмкинлек бирә. Толпар реликт (боронғо) шыршылыҡтары – айырыуса әһәмиәтле үҫемлектәргә инә. Улар бында голоцен дәүерендә шаулап үҫкән тайганан һаҡланып ҡалған бер утрау.

6. Парк биләмәһен һирәк осрай торған бөркөт, ҡара ҡауҙы төйәк иткән, сапсандың Европалағы иң күп популяцияһы ла ошонда теркәлгән. Балыҡтарҙан бәрҙе һәм таш аҫты балығы йыш осрай.

“Еҙем” тәбиғәт паркы Өфөгә иң яҡын урынлашҡан парк – уның көнбайыш сигенә тиклем ни бары 150 км.Тәбиғәт паркы биләмәһендә Еҙем йылғаһы буйындағы Таш-Аҫты, Толпар, Баҡый, Ерекле ауылдарында 400-ҙән ашыу кеше йәшәй. Улар парк менән тәбиғәтте һаҡлау режимына күсеү – мал көтөү, мал аҙығы әҙерләү тураһында килешеүҙәр төҙөй. Биләмәлә ауыл хужалығы предприятиелары юҡ. Йыл башынан район хакимиәте менән берлектә Имәндәш һәм Толпар ауыл биләмәләрендә ике йыйылыш үткәрҙек. Шулай уҡ Фәндәр академияһы вәкилдәре Толпар ауылы халҡы менән осрашты. Райондағы ирекмәндәр хәрәкәтенә Еҙем паркында эшләргә тәҡдим иттек. Ошо йәһәттән Толпар мәктәбендә балалар өсөн эко-лагерь асыу тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла.

Башҡорт бал ҡортон тергеҙеү һәм һаҡлауға арналған “Алтын Солоҡ” проекты буйынса эшләйәсәк умарталыҡҡа (“Ҡуйлытамаҡ” турбазаһынан өҫтәрәк ) юлды төҙөкләндереү дауам итә. Быға тиклем булған туристик һуҡмаҡтарҙы өйрәнеү һәм яңыларын булдырыу (йәйәү, атлы, квадро- һәм автомобиль) программалары эшләнә. Ял итеүселәр, ошо биләмәлә йәшәүселәр тәбиғәт паркының, йәнтөйәгебеҙҙең хозурлығы киләсәк быуындарға ла ҡалһын өсөн барыһын да эшләр тип ышанабыҙ.

Азамат ИБӘТУЛЛИН,

“Еҙем” тәбиғәт паркы

начальнигы.


Читайте нас: