+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Июнь 2019, 12:07

Балалар рәхәтләнеп күңел асты

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан “Йәшлек” ял паркында район хакимиәте Балалар ижады үҙәге, Йәштәр, социаль сәйәсәт, физик культура һәм спорт, мәҙәниәт, ра-йон мәғариф бүлектәре менән берлектә “Һаумы, йәй” тип аталған күңелле сара үткәрҙе. Балаларҙың күплегенән, кескәйҙәрҙең тауышынан парк яңғырап торҙо.

Сәхнә янына балаларҙың сығыштары, әкиәт геройҙары әйҙәне. Кескәйҙәр йыл геройы – Сусҡа, Леопольд, Микки һәм Минни-Маус менән фотоға төшөп рәхәтләнде. Балалар йырға-бейеүгә оҫталыҡтарын күрһәтте. Сараны Балалар ижады үҙәгенең өҫтәлмә белем биреү педагогы И.Васильева йәнле итеп алып барҙы. Муниципаль ра-йон хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов исеменән уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтова барлыҡ йыйылыусыларҙы байрам менән ҡотлап, һәр баланың йәйе иҫтә ҡалырлыҡ, күңелле үтеүен, ҡояшта ҡыҙынып, рәхәтләнеп ял итеүҙәрен теләне. Балалар ижады үҙәге директоры Ирина Петровна Шаульская ла балаларҙы байрам менән тәбрикләгәндән һуң, бер төркөм әүҙемселәргә Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырып үтте.

“Ғаилә” үҙәге директоры Альбина Ғәзизова “Бәхетле бала саҡ” ижади конкурсына йомғаҡ яһап, Эльвира Ғөбәйҙуллина (5 йәш), Ирек Алтынбаев, Никита Попков (7 йәштән 10 йәшкә тиклемге төркөм), Дарья Никитина, Амалия Алтынбаева, Алена Безовчук, Данил Ғүмәровҡа (15 йәшкә тиклемге) бүләктәр тапшырҙы. Һәр кем үҙенең эшенә лайыҡлы бүләк алыуына шатланып бөтә алманы.

Балалар иң тәүҙә район китапханаһы ойошторған асфальтҡа һүрәт төшөрөү конкурсында ҡатнашып, бүләк алырға ла өлгөрҙө.

Уйын майҙансыҡтарында балалар арҡан тартыш, тоҡ кейеп йүгереү, күҙҙе бәйләп бүләк ҡырҡып алыу, көйәнтә күтәреп уҙышыу, “Аҡ тирәк-күк тирәк” уйындарын уйнап кинәнде. Волейбол, баскетбол, оҙонлоҡҡа һикереү, ҡулға таянып күтәрелеү кеүек спорт уйындары ла бик сәмле барҙы. Теләүселәр батутта һикерҙе. Ә инде Балалар ижады үҙәге ойошторған турист ҡулайламалары буйлап йөрөүҙә сират хасил булып, һәр кем арҡандарға йәбешкән, баҫҡан көйө бер буйҙан икенсе яҡҡа йөрөнө. Теләүселәр оҫталыҡ дәрестәрендә шөғөлләнде.

Байрамда балаларға туңдырма, ҡамыр ризыҡтары, һуттар таратылды. Уларҙы шатландырған “Фомин”, “Алтын ҡурай”, “Икмәк заводы” ЯСЙ-е предприятиеларына балалар ҙа, атай-әсәйҙәр ҙә рәхмәтле булып таралышты.

Ҡыҙҙар һәм малайҙар йәйҙе шат кәйефтә ҡаршы алды.


Читайте нас: