-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Июнь 2019, 16:09

Икеләтә бүләк булды

16 июндә Медицина хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләй. Быйылғыһы Башҡортостандың, республикала һаулыҡ һағы барлыҡҡа килеүҙең 100 йыллығын билдәләү менән иҫтә ҡалһа, байрам алдынан, йәғни 11 июндә Красноусол үҙәк район дауаханаһында музей асылыуы медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн икеләтә иҫтәлекле булды.

Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Алик Йәнешев музей асыу тантанаһын асып, ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәтен белдерҙе.

-Беҙ музейҙы республиканың 100 йыллығына тура килтереп, үҙебеҙҙең бәләкәй генә булһа ла өлөшөбөҙҙө индереү маҡсаты менән асырға уйлаштыҡ. Районыбыҙҙың сал тарихлы һаулыҡ һаҡлау өлкәһен мәңгеләштереү йәһәтенән медицинаның үткәнен күргәҙмәлек аша күҙаллау өсөн энтузиастарыбыҙ бағыусылар ярҙамы менән ошондай ҙур эш башҡарҙы. Сәйетбаба, Еҙем-Ҡаран, Табын, Дарьино, Яңғыҙҡайын табиплыҡ амбулаторияларында ветерандар менән осрашыуҙар үткәрелеп, кемдер үҙенең хәтирәләре менән уртаҡлашты, ҡайһылары фоторәсемдәрен, архив документтарын килтерҙе, бынан нисәмә йылдар элек үҙҙәре эшләгән ваҡыттағы төрлө медицина ҡорамалдары менән бүлеште. Ошолай итеп, материалдар, мәғлүмәттәр туплағандан һуң, ниһайәт, ҙур булмаған музей ойоштороуға өлгәшелде. Әлбиттә, был бер кешенең, коллективтың ғына ҡулынан килә торған эш түгел, беҙгә бағыусылар ҙур ярҙам күрһәтте, - тине Алик Рәмил улы һәм район хакимиәтенә, бер төркөм бағыусыларға Красноусол үҙәк район дауаханаһының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Артабан район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова, Красноусол ветерандар советы рәйесе Валентин Суслов, район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова музей асылыуы уңайынан тәбрик һүҙҙәрен еткерҙе. Табип-хирург, музейҙы ойоштороуҙа күп көс һалған Сәлимгәрәй Байгилдин хәтирәләре менән уртаҡлашты, медицина хеҙмәткәрҙәре Алла Илсор ҡыҙы менән Виктория Валерьевнаның материалдар туп-лауы, ҙур тырышлығы менән музей булдырыуға өлгәштек, тине.

Бына тулҡынландырғыс мәл етте, Алик Йәнешев, Гүзәл Байдәүләтова, Сәлимгәрәй Байгилдин ҡыҙыл таҫманы киҫә һәм барыһы ла ике бүлмәнән торған музей эсенә үтте. Ҡунаҡтарҙы мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы, боронғо музей экспонаттары (араларында уникаль булғандары ла бар), экспозициялары, архив документтары, фотоһүрәттәр ҡаршы алды. Улар араһында иң боронғо экспонат 30-сы йылғы булһа, 1937 йылғы фотоһүрәт һанала. 112-се Идрица дивизияһы табиптары фотоһүрәте лә бында үҙ урынын тапҡан. Экспозициялар район дауаханаһының төрлө хеҙмәттәренә, бүлексәләренә, “Земство докторы”, “Бөйөк Ватан һуғышы”, “Бала табыу”, “Хирургия”, “Физиотерапия”, “Лаборатория”ға арналған, шулай уҡ “Дарыухана”, “ЛОР”, “Офтальмология” мини-экспозициялары, “Дауахананың иң тәүге табибы” һәм башҡа стендтар урын алған. Әлбиттә, музей тулыланғандан-тулылана барасаҡ. Музей менән һәр кем ҡыҙыҡһынып танышып сыҡҡандан һуң, ҡәнәғәт булып, ҙур рәхмәттәр әйтеп таралышты.

Был иҫтәлекле көндөң икенсе яртыһында барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары район мәҙәниәт һарайына байрам тантанаһына йыйылды. Ра-йон хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов һаулыҡ һаҡсыларын һөнәри байрамдары уңайынан тәбрикләп, изге теләктәрен еткерҙе һәм бер төркөм алдынғыларға район Советы һәм хакимиәтенең Маҡтау грамоталарын тапшырып үтте. Ҡотлауҙарға үҙәк район дауаханаһы баш табибы Алик Йәнешев та ҡушылып, йәнә бер төркөм хеҙмәткәрҙәрҙе дауахана хакимиәтенең Маҡтау грамоталары менән бүләкләне. Алик Рәмил улы байрамды иртәрәк билдәләүҙәре сәбәпле, Башҡортостан Республикаһы (7 хеҙмәткәргә), Рәсәй Федерацияһы (5) Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары наградалары, Маҡтау грамоталары менән һуңыраҡ бүләкләнәсәк медицина хеҙмәткәрҙәре исемлеген уҡып ишеттерҙе. Шулай уҡ уҙғарылған төрлө конкурс-бәйгеләр һөҙөмтәһендә төрлө номинацияларҙа еңеүсе булып танылған табип-шәфҡәт туташтары, фельдшерҙар, бүлексәләр, ауыл табиплыҡ амбулаториялары, ФАП-тар, музей ойоштороуҙа үҙҙәренә тәғәйен бүләктәрҙе алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе.

Бүләкләүҙәр район мәҙәниәт һарайы артистарының йыр-моңдары менән үрелеп барҙы, “Айгүзәл” бейеү ансамбле егеттәре башҡарған бейеүҙәр байрамға биҙәк өҫтәне. Күркәм сараны мәҙәниәт һарайы артистары Эльвира Насирова менән Фәнзил Ғәлин алып барҙы.

Байрам сараһы медицина хеҙмәткәрҙәренә ҙур бүләк булды.


Читайте нас: