+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Июнь 2019, 13:33

Һорауҙар яуапһыҙ ҡалмаясаҡ1

7 июндә район хакимиәтендә РФ Дәүләт Думаһы депутаты Алексей Изотов шәхси һорауҙар буйынса граждандарҙы ҡабул итте. Ҡабул итеүҙә шулай уҡ район Советы секретары Рәшит Монасипов, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Гүзәл Байдәүләтова, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының урындағы бүлексәһе етәксеһе Илдус Йәнешев ҡатнашты.

Депутат ҡабул итеүенә үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам һорап тиҫтәнән ашыу кеше килде. Араларында үҙ биләмәләре халҡы мәнфәғәтен ҡайғыртыусы ауыл биләмәләре башлыҡтары, кеше һаулығы һағында тороусы табиптар, шулай уҡ шәхси һорауҙар менән килеүселәр ҙә бар ине.

Үҙәк район дауаханаһы табип-гинекологы Ө.Арыҫланов заманса ҡиммәтле күсмә маммография ҡоролмаһы менән табип-хирургы И.Муллагилдин диагностикалау эндоскопик ҡоролмаһы һатып алыу кеүек өлгөрөп еткән мәсьәләне депутатҡа еткерҙе.

Артабан депутат ярҙамына өмөтләнеп, уларҙың коллегалары үҙ проблемаларын бәйән итте – районға эшкә килеп, “Земство докторы” программаһы буйынса фатир ала алмауҙарына, бары тик фатирға төшөп йәшәүҙәренә зарланды. Береһенә фатир алыу буйынса миллионлы булыуға сиратта бер аҙ алға китеш булһа, икенсеһе иһә бөтөнләй исемлеккә инмәгән. Был тәңгәлдә А.Изотов проблеманы ентекле аңлатып, һаулыҡ һаҡлау министры исеменә мөрәжәғәт хаты ебәрергә ҡушты. Артабан был мәсьәләне бергәләп хәл итәсәктәрен белдерҙе.

Бельский һәм Аҡкүл ауыл биләмәләре башлыҡтары Ю.Әхмәров (Цапаловка-Игенйылға ауылдары араһындағы 2,5-3 саҡрым тирәһе автомобиль юлына) менән Р.Мөхәррәмов (Татар Саскүле ауы-лына ингән урында) юлдарға асфальт һалыу мәсьәләһен күтәрҙе. Имәндәш ауылынан С.Түзбәков та ошондай уҡ һорау менән мөрәжәғәт итте. Күтәрелгән был мәсьәләләргә яуап итеп, Алексей Николаевич үтә лә ҡиммәтле был асфальт һалыу эшен башта проект-смета документацияһы әҙерләп, район бюджеты иҫәбенә хәл итергә кәрәклеген билдәләне. Әгәр ҙә муниципалитеттың көсөнән килмәй, йәғни был маҡсатҡа финанс юҡ икән, мәсьәләне респуб-лика кимәлендә башҡарып сығыу өсөн үҙенең исеменә мөрәжәғәт әҙерләргә кәрәклеген белдерҙе.

Красноусол ауыл биләмәһенең Аҡташ ауылынан вәкилдәр депутатҡа был төбәккә газ үткәреү мәсьәләһендә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. “Успех” ойошмаһы етәксеһе С.Таһирова район эшҡыуарҙары менән көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу һәм утилләштереүҙә нормативтарҙың юғары булыуы сәбәпле килешеүҙәр төҙөшөү ауыр барыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, нормативтарҙы ҡайтанан ҡарау мәсьәләһен күтәрҙе. Башҡа ҡайһы бер һорауҙар шәхси юҫыҡта булды.

Депутат А.Н.Изотов ҡабул итеүгә килеүселәрҙең барыһын да иғтибар менән тыңлағандан һуң, ҡайһыларына яуапты шундуҡ бирҙе, өйрәнеү, хәл итеү талап ителгәндәре яҙып алынды, һорауҙар нигеҙендә үҙ исеменә яҙылған хат-мөрәжәғәттәр аша артабан был мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын юғары кимәлдә эҙләйәсәген һәм яуаптар бирәсәген белдерҙе.


Читайте нас: