+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Июнь 2019, 11:14

Эшсе һөнәрҙәренә һорау ҙур

Тағы ла бер уҡыу йылы артта ҡалды һәм һәр сығарылыш уҡыусыһы алдында: “Уҡырға ҡайҙа барырға?” – тигән һорау тора.

Һуңғы ваҡытта илебеҙ иҡтисады эшсе кадрҙарға ҡытлыҡ кисерә. Замана баҙарында иретеп йәбештереүсе, ташсы, водитель, тракторсы, ашнаҡсы кеүек һөнәрҙәр юғары баһалана. Ә тап бындай һөнәрҙәрҙе тыуған ауылыңдан ситкә китмәйенсә лә алып була.

Бына 35 йыл инде районыбыҙға һәм республикабыҙға 130-сы һөнәрселек училищеһы (хәҙер Ауырғазы күп профилле колледжының Ғафури филиалы) эшсе кадрҙар әҙерләү тимерлеге булып тора.

Райондаштарыбыҙҙың күп кенә быуынына колледж ысын мәғәнәһендә тормош мәктәбе, һөнәри оҫталыҡ тимерлеге һәм икенсе йорто булды. Беҙҙә уҡып, һөнәр алып сыҡҡан меңдәрсә уҡыусыларыбыҙ бөгөн районыбыҙ предприятиеларында һәм сит тарафтарҙа уңышлы эшләйҙәр. Күптәре “эшсе” тигән ғорур һөнәрҙе данлап, үҙ эшенең оҫталарына әүерелделәр. Улар араһында уңышлы карьера эшләп, үҙ бизнесын асыусылар ҙа бар.

Районыбыҙ ауыл хужалығы йүнәлешендә булғанлыҡтан, колледжда төп һөнәр - тракторсы һөнәре булып тора. Ғорурлыҡ менән шуны әйтергә мөмкин, районыбыҙ хужалыҡтарының барыһында ла тиерлек тракторсы һәм комбайнсы булып беҙҙең сығарылыш уҡыусыларыбыҙ эшләй. Һәм улар иң кәрәкле һәм мөһим эш – икмәк үҫтереү менән шөғөлләнә. Ауыл хужалығы эшмәкәрлегенең артабанғы үҫеше туранан-тура механизаторҙарҙың оҫталыҡ кимәленә бәйле. Шуға ла колледж педагогтары уҡыусыларҙа игенселәге ергә ҡарата һаҡсыл, хужаларса ҡараш, уның байлыҡтарын дөрөҫ файҙаланыу кеүек ҡиммәтле сифаттарҙы тәрбиәләргә тырыша. Һөҙөмтәләр һөйөндөрә. Күптән түгел Мишкә районында республика урта һөнәри белем биреү учреждениеларының “Ауыл хужалығы производствоһы тракторсы-машинисы” һөнәре буйынса уҡыусылары араһындағы сираттағы һөнәри оҫталыҡ олимпиадаһы үтте. Ҡатнашыусылар араһында беҙҙең филиал уҡыусыһы Тимур Рим улы Мөхәмәтйәнов та бар ине. Ул 84 балл йыйып, 40 уҡыу учреждениеһы араһында призер булды. Конкурс олимпиадала ҡатнашыусыларҙың теоретик һәм һөнәри әҙерлеген асыҡлауға йүнәлтелгән. Теоретик өлөш дөйөм һөнәри дисциплина һәм профессиональ модулдәрҙе һәм “Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре”, “Хәүефһеҙ файҙаланыу” темаһы буйынса һорауҙарҙы үҙ эсенә алды. Беренсе практик эш “МТЗ-82” тракторында “ПЛН-3-35” һабанынан торған ер һөрөү агрегатында 20х50 метр ҙурлыҡта 18 см тәрәнлектә һөрөүҙе үҙ эсенә алды. Икенсеһе иһә “МТЗ-82” тракторында “Тәгәрмәсле тракторҙы фигуралы йөрөтөү”ҙән торҙо. Уҡыусыбыҙ был һынауҙарҙың барыһын да лайыҡлы үтте. Уны 30 йылдан ашыу ғүмерен үҫеп килгән йәш быуынға был һөнәр нескәлектәрен өйрәтеүсе, белемен һәм һәләтен һалып эшләүсе алыштырғыһыҙ тракторсылар мастеры Мөнир Зөлҡәфи улы Сиражетдинов әҙерләне.

Колледж шулай уҡ “Дөйөм төҙөлөш эштәре мас-теры”, “Ашнаҡсы, кондитер” эшсе һөнәрҙәренә лә уҡыта. Һөнәрҙәрҙең икеһе лә хеҙмәт баҙарында айырыуса һорау менән файҙаланылған яңы һәм перспективалы 50 һөнәр иҫәбенә инә. Буласаҡ ташсы, ашнаҡсы, кондитер, иретеп йәбештереүселәргә З.Ф.Сөләймәнов, Н.Я.Калаш-никова, А.А.Әбделмәнов кеүек тәжрибәле производствоға өйрәтеү мастерҙары белем бирә.

Беҙ быйыл балаһы 9-сы класты тамамлаған ата-әсәләргә мөрәжәғәт итәбеҙ. Һеҙгә балаларығыҙҙың артабан ҡайҙа уҡыуын билдәләргә кәрәк. Уҡыу еңел бирелгәндәр маҡсатҡа ярашлы аныҡ бер юғары уҡыу йортона уҡырға инергә әҙерләнә, әлбиттә, улар уҡыуҙарын мәктәптә дауам итәсәк һәм теләгән юғары уҡыу йортона инеү өсөн Берҙәм дәүләт имтихандары тапшырасаҡ. Әммә юғары белем үҙмаҡсат булырға тейеш түгел. Тулы урта белемде, һөнәрҙе, берәүҙе генә түгел, урта һөнәри белем биреү учреждениеларында ла алып була.

Һайлау алдында торғанда хеҙмәт баҙарында килеп тыуған хәлде лә, балаларҙың һәләтен һәм теләген дә, матди мөмкинлектәрҙе лә иҫәпкә алырға кәрәк. Һәр бер ғаилә лә балаһының райондан ситтә йәшәүе һәм уҡыуы менән бәйле ҡыйынлыҡтарға әҙер булмай сыға. Шуны ла иҫтә тоторға кәрәк, бөгөн хеҙмәт баҙары юғары белемле белгестәр менән тулған, шуға ла юғары уҡыу йортон тамамлаған һәр бер белгес шундуҡ эшкә урынлаша тип әйтеп булмай.

Ә бына эшсе һөнәрҙәре бөгөн ҙур һорау менән файҙалана һәм эш хаҡтары ла һәйбәт.

Колледжда уҡыуҙың өҫтөнлөктәре: уҡыу бушлай, уҡырға ҡабул итеү имтиханһыҙ, 9-сы кластан һуң урта (тулы) дөйөм белем алыу, хеҙмәт баҙарында кәрәкле һөнәр алыу, биш көнлөк уҡыу аҙнаһы, дәүләт йәки социаль стипендияһы, әрме хеҙмәтенән кисектереү, дөйөм ятаҡта бушлай йәшәү. Теләге булғандарға БДИ тапшырмайынса профиль буйынса юғары уҡыу йортонда уҡыуын дауам итеү мөмкинлеге бар.

Быйыл Ауырғазы күп профилле колледжының Ғафури филиалы 9-сы класс базаһында түбәндәге һөнәрҙәргә уҡырға ҡабул итеүҙе башлай:

“Ауыл хужалығы производствоһы тракторсы-машинисы” “ВСЕҒ категориялы тракторсы, ауыл хужалығы машиналары һәм ҡорамалдарын ремонтлау слесары, С категориялы водитель” квалификациялары менән;

“Дөйөм төҙөлөш эштәре мастеры” “Ташсы, ҡул иретеп йәбештереү ҡоролмаһы иретеп йәбештереүсеһе” квалификациялары менән;

“Усадьба хужабикәһе (хужаһы)” “Ашнаҡсы, хисапсы” квалификациялары менән.

Урта һөнәр биреү учреждениелары һәр ваҡыт ҙур билдәлелелек менән файҙаландылар, шуға ла уларһыҙ йәшәйеште күҙ алдына ла килтереп булмаған төрлө эшсе һөнәрҙәренә уҡыттылар һәм уҡытасаҡтар. Бөгөнгө көндә лә уларҙың әһәмиәте кәмемәҫ, тигән ышаныста ҡалабыҙ.

Гүзәл ҒӘЗЕТДИНОВА.
Читайте нас: