+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Июнь 2019, 11:07

Халыҡ мәнфәғәте өсөн Сәйетбабала Күп функциялы үҙәк бүлексәһе асылды

Республикабыҙҙа 2012 йылдан граждандарға комплекслы муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса Күп функциялы үҙәктәр барлыҡҡа килә башлағайны. Бындай үҙәктәр ойошторолғас, граждандар төрлө дәүләт учреждениеларының хеҙмәттәренән – ғариза биреүҙән башлап башҡарма йәки башҡа төрлө орган ҡарарҙарының һөҙөмтәләрен алыуға тиклем – бер урында файҙаланырға мөмкинлек алған.

Әле күптән түгел генә районыбыҙҙың Аҡкүл ауылында ла айырымланған территориаль структур бүлексә асылғайны. Бынан тыш Табын (һәр йома), Бурлы, Еҙем-Ҡаран (ике аҙнаға бер), Имәндәш (һәр кесе йома), Ҡауарҙы (айына бер тапҡыр) ауылдарында күсмә ҡабул итеүҙәр ойошторолған.

Сәйетбаба - республи-кабыҙҙағы тәрән тарихлы һәм бай мәҙәниәтле иң ҙур башҡорт ауылдарының береһе. Биләмәлә 3100 кеше иҫәптә торһа, шуның 1600-е ошо ауылда йәшәй. Үткән аҙнаның изге йома көнөндә ауылда айырымланған территориаль структур бүлексә асылыуы – халыҡ өсөн ҡыуаныслы ваҡиға булды. Бығаса ябай ғына белешмә өсөн дә алтмыш саҡырым алыҫлыҡтағы район үҙәгенә йөрөгән Сәйетбаба һәм күрше-тирә ауылдар халҡы өсөн был бик уңайлы буласаҡ.

Үҙәк бүлексәһен асыуҙа район Советы секретары Рәшит Монасипов, Сәйетбаба ауыл хакимиәте башлығы Айрат Сәйфуллин, Красноусол күп функциялы үҙәк белгестәре, ауыл халҡы, көндөҙгө лагерҙа ял итеүсе балалар ҡатнашты.

Тантаналы сараны Красноусол ауылының Күп функциялы үҙәк бүлексәһе етәксеһе Елена Хәкимова асып: “Был бик уңайлы үҙәк. Пас-порт юллау, алыштырыу, төрлө белешмәләр алыу кеүек һәм башҡа 200-гә яҡын хәҙерге заманда һәр ваҡыт кәрәк хеҙмәттәрҙе күрһәтеү - уның иңендә. Үҙәк дүшәмбе, шишәмбе, шаршамбы, йома көндәре 9-ҙан 4-кә тиклем эшләйәсәк. Кесе йома, шәмбе, йәкшәмбе – ял көндәре буласаҡ. Киләсәктә халыҡтың мөрәжәғәтенә ҡарап айырымланған территориаль структур бүлексәгә тағы ла бер белгес алыуҙы ҡарарбыҙ. Килегеҙ, хеҙмәттәр менән файҙаланығыҙ, - тип йыйылыусыларҙы үҙәк менән таныштырып үтте.

- Күп тармаҡлы үҙәк асыу бик мөһим күренеш. Күпме кеше ҡайҙалыр бармайынса йомошон урында, юл сығымдарына аҡса сарыф итмәй хәл итһә, ҙур ауыл өсөн бер кешегә булһа ла эш урыны барлыҡҡа килеүе лә ҡыуаныс. Киләсәктә халыҡ мәнфәғәте өсөн матур итеп эшләргә булһын, - тигән теләктәрен еткерҙе Рәшит Сәйетгәрәй улы.

Ауыл хакимиәте башлығы Айрат Әхиәт улы үҙ сығышында махсус бүлмә булдыртып, ремонт эшендә ярҙам иткән район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙовҡа, ошо үҙәкте астырыу өсөн сходтарҙа тәҡдим яһаған ветерандар советы рәйесенә, ауыл халҡына һәм асыуҙа ярҙам иткән һәр кемгә рәхмәт әйтте.

Бына ҡыҙыл таҫма киҫелгәс йыйылыусылар бүлмәне ҡарарға ашыҡты. Ауыл мәҙәниәт йортона кергәс тә һул яҡта урынлашҡан бүлмә уңайлы итеп йыйыштырылған, төп эш техникаһы - Интернетҡа тоташтырылған компьютер. Бында эшләйәсәк белгес – ошо ауыл ҡыҙы Лилиә Ғәйәр ҡыҙы Ҡадирова еңел ҡулдан беренсе клиентты ҡабул итә лә башланы. Был бәхеткә бик күп йылдар ауыл хакимиәтенең эштәргә идара итеүсеһе булып эшләгән, әле хаҡлы ялдағы Рәсилә Сөләймәнова иреште. Ул һөйөнөсөн йәшермәй: “Урында ғына ултырһаң бер эш тә эшләнмәй. Был етәкселектең халыҡ өсөн эшләгәнлеген күрһәтеп тора”, - тигән уйын да әйтеп һалды, белгескә эшендә уңыштар теләне.

Сарала урындағы халыҡ, документтар өсөн эшләүсе фотоүҙәк асылһа, тағы ла һәйбәт булыр ине, тигән тәҡдим дә яһаны. Эйе, халыҡ талап итә икән, йәшәйеш өсөн кәрәк тигән һүҙ. Сәйетбаба ауылындағы күп функциялы үҙәк бүлексәһе халыҡҡа файҙа, уңайлылыҡ килтереп, уңышлы эшләһен тигән теләктә ҡалабыҙ.
Читайте нас: