Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Июнь 2019, 12:24

Беҙҙең йыйылма команда - чемпион

14-16 июндә Туймазы ҡалаһында БР-ҙың призывҡа тиклемге йәштәр спартакиадаһы үтте. Курсанттар теҙелеп йыр, автоматты һүтеп-йыйыу, ҡыҫҡа һәм оҙон дистанцияға йүгереү, гранатаны йыраҡлыҡҡа бәреү, турниктан күтәрелеү, ятҡан килеш кәүҙәне күтәреү (пресс), пуля менән атыу, йөҙөү һәм урындан оҙонлоҡҡа һикереү буйынса ярыштылар. Беҙҙең райондан Ринат Ҡаранаев, Семен Федотов, Георгий Афанасьев, Данил Ергунов, Ирек Борханов, Данил Шмельков, Эдуард Әбйәлилов, Денис Хәмиҙуллин, Денис Ковальский һәм Дмитрий Афанасьев (һүрәттә) ҡатнашып, һәйбәт һөҙөмтәгә иреште.

Команда иҫәбе буйынса уларға тиңләшеүсе булманы. Үҙ иҫәп буйынса автоматты һүтеп-йыйыуҙа Д.Шмельковҡа 1-се урын, 100 метрға һәм 3 километрға йүгереүҙә Д.Ергуновҡа 3-сө һәм 1-се урын, 2-се Г.Афанасьевҡа, 3-сө Э.Әбйәлиловҡа, гранатаны йыраҡлыҡҡа бәреүҙә Д.Ергуновҡа 2-се урын, турниктан күтәрелеүҙә 1-се урын С.Федотовҡа, 2-се И.Борхановҡа, ятҡан килеш кәүҙәне күтәреүҙә (пресс) 2-се урын Р.Ҡаранаевҡа, пуля менән атыуҙа 1-се урын С.Федотовҡа, 2-се Д.Ергуновҡа, 3-сө Г.Афанасьевҡа, йөҙөүҙә 1-се урын Д.Хәмиҙуллинға, 2-се Д.Ергуновҡа, 3-сө Г.Афанасьевҡа бирелде.

Үҙ иҫәптәге күп алышта С.Федотов чемпион булһа, Д.Ергунов икенсе урын алыуға өлгәште. Дөйөм командалар буйынса 1-се урынды ғафуриҙар, 2-сене туймазылар, 3-сө урынды әлшәйҙәр яуланы. Һәйбәт һөҙөмтәләр күрһәткән беҙҙең район командаһы 27 июндән 8 июлгә тиклем Смоленск ҡалаһында Рәсәй буйынса призывҡа тиклемге йәштәр спартакиадаһында финал ярышында ла ҡатнашасаҡ. Уларҙы был еңеүҙәре менән ҡотлап, ил буйынса ла һынатмауҙарын теләп ҡалабыҙ.


Читайте нас: