+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Июнь 2019, 11:25

Бюджет үтәлеше

2019 йылдың 5 июнендә “2018 йылда Башҡортостан Республикаһы бюджеты үтәлеше тураһындағы” 107-з һанлы Башҡортостан Республикаһы Законын ҡабул итеү тураһында мәғлүмәт

Республиканың 2018 йылғы йыйылма бюджеты 202,7 млрд һум (2017 йылғы кимәлгә 21%-ҡа күберәк) тәшкил иткән. Һалым һәм һалым булмаған керемдәр – 162,3 миллиард. 2017 йыл менән сағыштырғанда был күрһәткес 30,5 млрд һумға артҡан. Килем артыуы 17,8 млрд һум күләмендә бер тапҡыр башҡарылған түләүҙәр иҫәбенә һәм һалым базаһын арттырыу буйынса күрелгән саралар һөҙөмтәһендә мөмкин булған. Кире ҡайтарылмай торған керемдәр 40,4 млрд һум (2017 йылғы кимәлдән 5,2 млрд һумға йәки 13,2%-ҡа күберәк) тәшкил иткән. Федераль бюджеттан 40,1 млрд һум (2017 йылға ҡарата 5,2 млрд һумға йәки 14,8%-ҡа күберәк) финанстар кергән.

Башҡортостан Республикаһының 2018 йылда йыйылма бюджет сығымдары 180 млрд һум күләмендә, йәғни 2017 йыл кимәленә ҡарата 24,1 млрд һум йәки 15,4%-ҡа күберәк финансланған.

Йылдағыса сығымдарҙың тармаҡ структураһында социаль өлкә ҙур урын биләй. Бөтә сығымдарҙың 70,6%-ы йәки 127,1 млрд һумы тап ошо тармаҡҡа тура килә. Шул иҫәптән социаль сәйәсәткә – 46,5 млрд һум (25,9%), мәғарифҡа – 45,2 млрд һум (25,1%), һаулыҡ һағына – 19 млрд һум (10,5%), торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа – 6,8 млрд һум (3,8%), мәҙәниәт, кинематографияға – 5,6 млрд һум (3,1%), физик культура һәм спортҡа һәм киң мәғлүмәт сараларына – 3,7 млрд һум (2,1%), тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға – 0,3 млрд һум (0,1%) йүнәлтелгән.

Иҡтисад секторына 29,4 млрд һум (16,3%), муниципаль берәмектәр бюджетына дөйөм характерҙағы бюджет-ара трансферт биреүгә 13,1 млрд һум (7,3%), милли оборонаға, хәүефһеҙлеккә һәм хоҡуҡ һағы эшмәкәрлегенә – 1 млрд һум (0,6%), башҡа сығымдарға 9,4 млрд һум (5,2%) тотонолған.

Социаль өлкә үҫешендәге төп бурыстар, иҡтисад тармаҡтарына ярҙам, инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыу бюджеттың программа өлөшөн үтәүҙә башҡарылды. Башҡортостан Республикаһының 29 дәүләт программаһы сиктәрендә бюджет сығымдарының 97,3%-ы йәки 175,2 млрд һумы финансланған.

Башҡортостан Республикаһы Финанс министрлығының мәғлүмәт хеҙмәте.

Читайте нас: