программаһы бу-йынса ойошторолған. “Йәйләү”ҙең үҙенсәлеге шунда – аралашыу мотлаҡ башҡорт телендә, һәр бала бөтөн сараларҙа ла ҡатнашырға тейеш. Улар отрядтарға түгел, дүрт төркөм ырыуға бүленгән. Тәүге Табын ырыуы төркөмөндә Әлфиә Степанова, Бөрйән – Ләлә Юлбарисова, Әйле – Рәмилә Кинйәбаева, Аймара Суфиянова, Юрматыла Гөлназ Рахманғолова, Әлфиә Ишмырҙина апалары уларҙы ҡарап, бергә төрлө уйындар уйнатып, ял күңелле һәм матур үтһен өсөн күңел биреп эшләйҙәр. Ырыуҙарға бүленеү шартлы рәүештә булһа ла, балалар, тәғәйен ырыуҙарҙан туп-ланып, ырыу тарихын, шәхестәрен, боронғо шөғөлөн өйрәнеп, дөйөм халыҡтың рухи һәм матди ҡиммәттәрен беләсәк. Төп маҡсат булып туған телдә телмәр байлығын үҫтереү, башҡорт халҡының мәҙәниәтен, тарихын, йолаларын, балалар уйындарын, ижадын, спорт төрҙәрен өйрәнеү, боронғо шифалы ризыҡтарҙы әҙерләү серҙәренә төшөнөү, ырыу легендалары, халҡыбыҙ шәхестәре, сәнғәт әһелдәре менән танышыу тора. Ошо йүнәлештә күптән түгел Аҡташ ауы-лына экскурсияға барып ҡайтҡандар, яҙыусы, журналист, “Шоңҡар” журналы мөхәррире Мөнир Ҡунафин менән йәнле осрашыу ҙа һәр береһенә оҡшаған, Илһам Байбулдин ойошторған “Йәйләү батыры” тип аталған уҡ атыу буйынса сара ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырып, һәр бер бала йәйәнән уҡ атып ҡарап ҡыуаныс кисергән. Ә инде ауыл мәҙәниәт йорто китапханасылары бында йыш килеп төрлө кисәләр үткәреп, балаларҙың ялын ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеүҙә булышлыҡ итәләр. “Иң матур һүрәт” конкурсы ла иғлан ителгән.
- Ошо сараларҙа ҡатнашҡан әүҙем балаларға мәрәйҙәр бирә барабыҙ. Мәрәй тәртибе балаларҙың әүҙемлеген арттырыу, ярыш сәмен ҡуҙғытыу өсөн индерелә. Һәр бер ырыу үҙенең стенгазетаһын эшләп элде. Уҡыусыларҙың ялын күңелле үткәреү өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. Туҡланыу ҙа һәйбәт ойошторолған, - ти Венер Сәхиулла улы.
“Йәйләү” програм-маһына йыл да өҫтөнлөк бирелеүе шуны ла иҫбатлай, төбәктә балаларҙы рухи тәрбиәләүгә иғтибар арта бара. Сәйетбаба “Йәйләү”ендәге балалар яңы көс-дәрт алып таралышырҙар тигән ышаныста, уларға күңелле ял теләп хушлаштыҡ.