+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Июнь 2019, 12:14

Утлы йылдарҙа сыныҡҡан уҡытыусылар

1941 йылдың 22 июне. Германия тыуған илебеҙ СССР-ға баҫып инә. Һуғыш... Ул йылдар, ҡанлы йылдар бер ҡасан да онотолмаҫ!Быйыл Бөйөк Еңеүҙең 74 йыллыҡ байрамын билдәләнек. Ә еңеү илебеҙгә ҙур юғалтыуҙар аша килде. Башҡортостандан 430 мең кеше һуғышҡа китә. Уларҙың 340 мең самаһы яу ҡырында ятып ҡала. Сәйетбаба ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙан Сәйетбабанан – 427 кеше, Ҡаранйылғанан – 116, Ҡолҡандан – 175, Туғайҙан – 50, Биҙәүләттән – 63 кеше һуғышҡа китә. Йәмғеһе 1080 ир-егет. Бөгөн иһә 3 ветераныбыҙ: Сәйетбабанан Вилдан Әйүп улы Шәрипов, Туғай ауылынан Зәки Зөлфәр улы Урманшин, Ҡолҡандан Рамазан Ғәйнетдин улы Хөснөтдинов иҫән.

1945 йылдың онотолмаҫ Еңеү көнө тарихта ҡалһа ла, йылдар үтеү менән уның баһаһы һәм әһәмиәте арта ғына бара. Еңеү өсөн тылда көрәшкәндәрҙең батырлыҡтарын да рәхмәт һүҙҙәре менән иҫкә алырға тейешбеҙ. Ғәҙәттән тыш ауыр шарттарҙа ла тыл эшсәндәре Ватан өсөн көсөн йәлләмәне, Еңеү көнөн, сәғәтен яҡынайтыу өсөн барыһын да эшләне. Һуғыш елдәре ҡағылмаған бер генә ғаилә лә булманы. Рух ныҡлығы, халыҡтарҙың берҙәмлеге менән яуланды Бөйөк Еңеү.

Һуғыш утында сынығып, яуҙан тере ҡайтҡан яугир уҡытыусылар, тормош ауырлыҡтарына бирешмәйенсә, илебеҙҙең төрлө урындарында тылда тырышып балаларға белем һәм тәрбиә биреүсе ауылым уҡытыусылары тураһында булыр һүҙем.

Хәбибулла Зиннәтулла улы Ғарифуллин 1909 йылдың 23 майында Сәйетбаба ауылында тыуған. Ауыл мәҙрәсәһендә уҡый. Маҡар мәктәбен, 1929-1932 йылдарҙа Өфө земустрой техникумын (әлеге урман техникумын) тамамлаған алдынғы ҡарашлы, белемле белгес хеҙмәт юлын Красноусолда инженер-технолог булып башлай.

1937 йылда тыуған ауылы Сәйетбабаға мәғариф-ағартыу эшенә ҡайтарыла. Ситтән тороп Стәрлетамаҡ Уҡытыусылар әҙерләү институтының математика факультетын тамамлап, диплом алып уҡытыусы булып эш башлауға 1940 йылда Фин һуғышына алына. 1943 йылда яраланып ауылға ҡайтып, кол-

хоз умарта-лығын асып эш башлай. Бер юлы мәктәптә математика, физика, тарих, астрономия, һыҙма, география фәндәренән белем бирә. Хеҙмәтенең һуңғы йылдарында башланғыс кластарҙа уҡыта. Тыуған мәктәбендә 40 йыл уҡытып хаҡлы ялға сыға Хәбибулла Зиннәтулла улы.

- Уҡытмаған фәне булманы, бик белемле ине, - тип хәтерләй уны Вилдан Әйүп улы Шәрипов. Ысынлап та, уҡытыусыларҙың уҡытыусыһы булған Хәбибулла Ғарифуллин уҡыусыларының хәтерендә көслө математик, ғәҙел, тура һүҙле, тырыш, намыҫлы уҡытыусы булып һаҡлана.

Уның матбуғат биттәрендә баҫтырылған шиғырҙары, фельетондары хаҡында ла матур хәтирәләр йөрөй. Көслө рухлы һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Хәбибулла Зиннәтулла улы 1987 йылдың май айында ҡаты ауырыуҙан һуң вафат була.

Вәлиәхмәт Мәхмүт улы Хисамов. 1912 йылда Ҡаранйылға ауылында тыуған. Һуғыш башланғас та 1941 йылда һуғышҡа китә. Һуғышта политработник була. Генерал Шайморатов дивизияһында дошманға ҡаршы ҡыйыу һуғыша. 1944 йылда яраланып ауылына ҡайтҡас, Сәйетбаба урта мәктәбендә физкультура, хәрби әҙерлек дәрестәрен уҡыта. Хаҡлы ялға сығыр алдынан башланғыс класс уҡыусыларына белем бирә. “Бик көслө йырсы булды. Мәндем буйҙарын яңғыратып йырлай ине. Ул Башҡортостан радиоһына ла барып йырланы. Аҡыллы, баҫалҡы кеше була торғайны”, - тип хәтерләйҙәр уның хаҡында.

Фәниә ФӘЙЗУЛЛИНА.
Сәйетбаба ауылы.
(Дауамы бар).

Читайте нас: