+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Июнь 2019, 11:25

Хәтер кәрәк тереләргә1

22 июнь – Хәтер һәм ҡайғы көнөндә район үҙәгенең Геройҙар Аллеяһы алдындағы майҙанда Бөйөк Ватан һуғышы ҡорбандарын иҫкә алыу митингыһы уҙҙы. Ватаныбыҙ азатлығы өсөн яуҙа башын һалған яҡташтарҙың, атай-олатайҙарҙың яҡты иҫтәлеге алдында баш эйер өсөн ветерандар, район ойошмалары һәм учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, ауыл халҡы йыйылды.

Митингка йыйылған халыҡ алдындарайон хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов сығыш яһап, “Бөгөн барыбыҙ өсөн дә бик ауыр көн. 78 йыл элек ошондай уҡ матур йәйге көндөң таңында илебеҙҙең меңәрләгән халҡының бар уй-хыялдарын селпәрәмә килтереп ҡанлы һуғыш башлана. Уның бар ауырлығын кисергән тыл хеҙмәтсәндәренең, Тыуған илебеҙҙе дошмандан һаҡлап һәләк булған, хәбәрһеҙ юғалған һалдаттарҙың ҡаһарманлығы беҙҙең хәтерҙәрҙә мәңге һаҡланыр,” тине һәм район халҡына сәләмәтлек, ғаилә бәхете, уңыштар, аяҙ, тыныс күк йөҙө теләне.

Район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова һәм хәрби комиссариаттың Ауырғазы һәм Ғафури райондары буйынса бүлеге начальнигы ярҙамсыһы А.Фәйезов киләһе быуындарҙың яҡты киләсәге өсөн ҡорбан булған атай-олатайҙарыбыҙҙың батырлығын онотмауҙың ни тиклем мөһим икәнлеген билдәләп үтте.

Аяуһыҙ һуғыш ҡорбандары бер минут тынлыҡ менән иҫкә алғандан һуң, Мәңгелек утҡа сәскәләр һалынды.
Митингта “Йәш гвардия” йәмәғәт ойошмаһының район бүлексәһе етәксеһе Айгөл Йәркәева районыбыҙ флагын Өфөгә тапшырҙы. Ул Өфөнән Мәскәүгә юлланып, 12 августа Рәсәй флагы көнө айҡанлы үткән илебеҙҙең 85 субъектынан килгән бөтә муниципалитеттар флагтары эстафетаһында ҡатнашасаҡ. Рәсәй флагының 350 йыллығына арналған был акция быйыл беренсе тапҡыр үткәрелә.



Читайте нас: