+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Июнь 2019, 11:55

“Имәнкәй”ҙә күңелле

Балаларҙың йыл буйы түҙемһеҙлек менән көтөп алған йәйге каникулының ҡыҙған мәле. Ошо ваҡытта улар ҡояшта ҡыҙынып, һыу инеп, сынығып, һаулығын нығыта.

Хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан “Имәнкәй” ял-һауыҡтырыу лагерында беҙ барғанда ҡыҙҙар һәм малайҙар рәхәтләнеп урамда уйнайҙар ине. Бындағы матурлыҡҡа, ҡоштар һайрауына, йүкә ағасының хуш еҫенә таң ҡалырлыҡ. Шуға ла бында бер ял иткән балалар йәй буйы бер нисә тапҡыр килергә лә риза, ә эшләүсе вожатыйҙар дүрт сменаға ла ҡалырға уйлайҙар.

Уҡыусыларҙың йәйге ялы күңелле, файҙалы үтһен өсөн “Имәнкәй” ял-һауыҡтырыу лагеры начальнигы И.Пестрякова етәкселегендә бөтә шарттар булдырылған. Улар иртәнге сәғәт һигеҙҙән тороп гимнастика яһайҙар һәм ҡапҡылап алғандан һуң кемгә ниндәй процедура ҡаралған ҡабул итәләр, төрлө спорт

уйындары уйнайҙар. Был уйындарҙа һәр отряд үҙенең таһыллығын, сослоғон, белемен, сәмлелеген күрһәтә. Бында ял итеүсе балаларға көнөнә алты тапҡыр ашау ҡаралған. Ашханала уларҙы 12 кеше хеҙмәтләндерә. Ашау ҙа төрләндереп, һәйбәт ойошторолған. Аҙыҡ-түлектең дәүләт стандарттарына (ГОСТ) тап килгәнен генә ҡулланалар, һәр кем ҡәнәғәт. Ҡойоноп сығыу өсөн душ, мунса, бассейн да бар. Балаларҙы тәрбиәсе һәм вожатый булып эшкә килгән БДУ, БДПУ һәм Өфө педагогия колледжы студенттары күҙ яҙлыҡтырмай ҡарап йөрөй. Улар Мәғариф министрлығының йәштәр сәйәсәте буйынса төҙөлгән Рәсәй студенттар отрядында торған йәштәр. Смена етәксеһе Дмитрий Ивлев менән өлкән вожатый Даниил Николаев бында шул тиклем оҡшауын, беренсе сменалағы балаларҙың тәртипле, тыныс булыуҙарын да һөйләп үтте.

Бында бөтәһе 163 бала ял итһә, Иглиндан - 80, Стәрлетамаҡтан – 22, Өфөнән һәм үҙебеҙҙең район балалары ял итә. Дуҫтар табып, класташтарын бында осратҡандар ҙа бар. Отрядтарға ҡыҙыҡлы “Пушка”, “Баблгам”, “Мстители”, “Льстители” тигән исемдәр ҙә ҡушҡандар.

“Имәнкәй” ял-һауыҡтырыу лагерында патриотик, мәҙәни, экология, спорт йүнәлешендәге төрлө 42-нән ашыу сара үткәреү планлаштырылған. Бынан тыш улар “Дөйәғоштар” фермаһында, Ташлы ауылындағы күрше “Ҡояшлы” майҙансығында булғандар.

Район мәғариф бүлегенең йәйге ял буйынса кураторы Әлфиә Әхмәтша ҡыҙы Шаһиева әйтеүенсә, балалар һәм үҫмерҙәрҙең ялын ойоштороу буйынса республика бюджетынан 7 миллион 612 мең 100 һум аҡса бүленгән. Ошо аҡсаға райондан “Имәнкәй” майҙансығында – 132, “Ҡояшлы”ла 141 бала ял итәсәк. 3-нән 23 июнгә тиклем 1072 баланы үҙ ҡосағына алған 26 көндөҙгө лагерҙар эшләгән.

Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тәрбиәләнеүсе 40 йәш спортсыһына күп көнлөк сәйәхәт ойоштороласаҡ. Балалар сәнғәт мәктәбенең “Беҙҙең урам командаһы” (120 бала), “Балалыҡ йәйғоро” (60 бала) программаһы йыл да үткәрелеп килә.

“Имәнкәй”ҙә күңелле булғас ваҡыт та тиҙ үтеп, беренсе смена тамамланған да инде. Балалар ҙа үҙҙәренең ялын сынығып, ҙурайып, һаулығын нығытып, файҙалы үткәреүенә шат, ата-әсәләр ҙә ҡәнәғәт булғандыр. Йәмле йәй һәр бала күңелендә шулай матур хәтирәләр генә ҡалдырһын.


Читайте нас: